Лутыев Лутфир Лутый улы

Лутыев Лутфир Лутый улы рус. Лутыев Лутфир Лутыевич; (18 март 1924 йыл2008 йыл), педагог, мәғариф эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы [1]. II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры.

Биографияһынан

Лутфир Лутый улы Лутыев Кушнаренко районында 1924 йылдың 18 мартында тыуған.

1965—1985 йылдарҙа Кушнаренко ауылындағы 2-се урта мәктәп уҡытыусыһы һәм директоры. 70 тәжрибәле, мәғлүмәтле педагогы, 1400-ҙән ашыу уҡыусы белем алған 2-се мәктәбенең етәксеһе булып эшләй. Уның тырышлығы менән мәктәп районда беренсе булып уҡытыуҙың кабинет системаһына күсә, был уҡытыу-тәрбиә биреү эшмәкәрлеген яҡшыртырға мөмкинлек бирә [2].

"Райондың халыҡ мәғарифын үҫтереүгә күп йылдар дауамында уҡыусыларға белем биреү һәм тәрбиә эшенең заманса форма һәм ысулдарын ҡулланыу буйынса нигеҙ булып торған 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең директоры булып эшләгән Лутфир Лутый улы Лутыев ҙур өлөш индерҙе. Ил алдындағы ҙур хеҙмәттәре өсөн Л. Л . Лутыев Дан ордены, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнгән. Уға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исеме бирелгән", - тип яҙылған уның тураһында район сайтында [3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Дан ордены
  • II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены
  • РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы [3].

Иҫкәрмәләр

  1. О календаре праздничных и памятных дней, профессиональных праздников и юбилейных дат Республики Башкортостан на 2009 год [1]
  2. МБОУ СОШ №1 с. Кушнаренково
  3. 1 2 Образование в Кушнаренковском районе

Һылтанмалар

  • Образование в Кушнаренковском районе [2]
  • МБОУ СОШ №1 с. Кушнаренково [3]