Лыкова Антонина Михайловна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1 август 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (93 йәш)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һөнәр төрө һауынсы
Тыуған урыны

Лыкова Антонина Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Орлова; 1 август 1931 йыл) — Рязань өлкәһе Шиловский районының Киров исемендәге колхозда һауынсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1953).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Антонина Михайловна Лыкова 1931 йылдың 1 авгусында Үҙәк-сәнәғәт өлкәһенең Шиловский районы Санское ауылында (хәҙерге Рязань өлкәһе) крәҫтиән[1] Орловтар[2][3] ғаиләһендә тыуған[4].

1946 йылда урындағы тулы булмаған (ете йыллыҡ[5]) урта мәктәпте тамамлай һәм Киров исемендәге колхозда эшләй башлай: йәй йәшелсәселек бригадаһында, ҡыш — һөт-тауар фермаһында эшләй[6]. 1949 йылда һауынсы булып эшкә инә; 1951 йылда һәр һыйырҙан уртаса тәүлек һауым 15-16 килограмм тәшкил итә, йылына һәр һыйырҙан уртаса 4500 килограмм һөт һауып ала. Ул 1952 йылда үҙенә беркетелгән 9 баш һыйырҙан (йылына һәр һыйырҙан уртаса) 196 килограмм ҡуйылыҡта 5144 килограмм һөт һауып ала[4], уның исеме өлкә почет китабына индерелгән.

СССР Юғары Советы Президиумының 1953 йылдың 21 авгусындағы Указы менән «малсылыҡта өлгәшкән юғары күрһәткестәре һәм дәүләткә һатыу буйынса планды арттырып үтәгәне өсөн» Лыкова Антонина Михайловнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройыисеме бирелә[4].

1957 йылда «хеҙмәттә юғары күрһәткестәре өсөн» икенсе Ленин орденына лайыҡ була. 1959 йылдың 16 октябрендә Рязань өлкәһенең колхозсы ҡатын-ҡыҙҙары һәм совхоздарының эшсе-ҡатын-ҡыҙҙары делегацияһы составында СССР Министрҙар Советы рәйесе һәм КПСС Үҙәк Комитетының беренсе секретары Н. С. Хрущев менән Кремлдә осрашыуҙа ҡатнаша[4].

1964 йылдан 1986 йылға тиклем Санское ауыл советы рәйесе вазифаһында эшләй. 1986 йылдың сентябрендә хаҡлы ялға сыға. Санское ауылында йәшәй[4].

Депутаттар Советының Рязань өлкә (өс тапҡыр) һәм Шилов районы (ике тапҡыр) депутаты, Рязань КПСС өлкә комитеты ағзаһы итеп һайлана[4].

Ике Ленин ордены (21.08.1953, 07.02.1957), миҙалдар, шул иҫәптән «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (08.01.1960), шулай уҡ ВСХВ-ВДНХ-ның Ҙур һәм Бәләкәй алтын миҙалдары менән бүләкләнә[4].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ире: Лыков Иван Сергеевич, улы Лыков Александр Иванович (1954 йылғы), ҡыҙы Лыкова (Харламова) Любовь Ивановна (1956 йылғы.)[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Т. Каримов.Орлова Антонина Михайловна. Сайт «Герои страны».Дата обращения 4 мая 2020.
  2. В селе Санское партийцы навестили Героя Социалистического Труда. Сайт партии «Единая Россия»(28.05.2019).Дата обращения 4 мая 2020.
  3. В селе Санское партийцы навестили Героя Социалистического Труда.BezFormata.Com.Дата обращения 4 мая 2020.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Т. Каримов. Орлова Антонина Михайловна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 4 май 2020.
  5. В селе Санское партийцы навестили Героя Социалистического Труда. Сайт партии «Единая Россия» (28.05.2019). Дата обращения 4 мая 2020.
  6. А. И. Кондрашов.Антонина Михайловна Орлова — Героиня труда — из сельской столицы рязанской епархии. Проект «Международная военно-историческая ассоциация».Дата обращения 4 мая 2020.
  7. Антонина Михайловна Орлова - Героиня труда – из сельской столицы рязанской епархии. Проект "Международная военно-историческая ассоциация". Дата обращения: 4 май 2020.