Ләйлә Джана
Ләйлә Джана (ингл. Leila Chirayath Janah; 9 октябрь 1982 йыл; Луистон (ингл. Lewiston), Нью-Йорк, АҠШ) — Америка социаль эшҡыуары һәм менеджер, коммерцияға ҡарамаған Samasource ойошмаһын һәм Sama Group тигән дөйөм бренд аҫтына берләшкән тағы бер нисә инициативаны нигеҙләгән; ул — TechSoup Global советы ағзаһы, SpreeTales советнигы; Incentives for Global Health-тың ойоштороусыларының береһе[1][2][3][4][5].
Ләйлә — популяр шәхес, уның сығыштары, интервьюлары һәм тәүге биттәрҙәге фотоһүрәттәре АҠШ-тың түбәндәге төп телеканалдарында, радиостанцияларында һәм баҫмаларында сыға: CBS, CNN, NPR, BBC, The New York Times, The New Scientist һ.б.[3][5].
Ул — Бөтә донъя банкының үҫеш төркөмө өсөн тикшеренеүҙәр авторы[6].
Биографияһы
Ләйлә Джана 1982 йылдың 9 октябрендә Луистонда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Буффалола) Ниагара шарлауығына яҡын ғына төбәктә Һиндостан (атаһы) һәм Бельгия (әсәһе) эмигранттары ғаиләһендә тыуа[5][7].
Балалыҡ йылдары Сан-Педрола (Лос-Анджелес, Калифорния) үтә[7].
16 йәшендә колледж стипендияһынан баш тарта, сөнки Ганаға һуҡыр инглиз балаларын уҡытырға китергә ҡарар итә[6][7][8].
Тәржемәсе һәм бер аҙ ваҡыт Бөтә донъя банкы тикшеренеүсеһе булып эшләй[7]
Ләйлә 2005 йылда Гарвард университетында бакалавр дәрәжәһе ала[3][5].
Katzenbach Partnersта (ул Booz & Company тип үҙгәртелә, хәҙер — Strategy&) идаралыҡ мәсьәләләре буйынса консультант булып эшләй[2][3][5].
2007 йылда Стэнфорд университетының Джошуа Коэн етәкселегендәге глобаль юстиция программаһы буйынса (ингл. Stanford Program on Global Justice) Силикон үҙәнгә күсә [2][3][5].
Шул уҡ йылды Джана Incentives for Global Health компанияһын аса һәм уның директоры була[3][5].
2008 йылдың 1 июнендә коммерцияға ҡарамаған Samasource ойошмаһын — донъяның иң фәҡир илдәрендә йәшәүселәргә мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эш биреүсе ойошманы — нигеҙләй[1][2][3][5][6][8]. Уны асырға мөмкинлек биргән 20 000 евроны Ләйлә Нидерландта халыҡ-ара бизнес-пландар конкурсында ота[1][7].
2012 йылда үҫеш кисереүсе илдәрҙә медицина өлкәһендә краудфандинг тәжрибәләре үткәреү буйынса Samahope тигән ойошманы нигеҙләй[1][2][5][9].
2013 йылда Төньяҡ Калифорнияла тәүҙә — SamaxUSA, аҙаҡ Samaschool тип аталған ойошманы аса, ул түбән килемле студенттарға улар үҙҙәрен эш менән тәьмин итә алһын өсөн тренинг үткәреү менән шөғөлләнә[1][2][5].
Канаданың Sorel бренды Ләйләгә үҙе етештергән аяҡ кейеменең бер тармағына дизайнер булырға тәҡдим итә[2].
Наградалары һәм премиялары
2009 йылда Ләйлә Джана Fast Company тарафынан технологиялар өлкәһендә иң инновациялы ҡатын-ҡыҙҙар исемлегенә индерелә (ингл. Most Innovative Women in Tech)[3][5][10].
2010 йылда Джана World Technology Award for Social Entrepreneurship премияһына лайыҡ була[3][5].
2011 йылда Алға ынтылышлы инновациялар премияһын ала (ингл. Disruptive Innovation)[6].
Шәхси тормошо
«Yahoo!» компанияһының президенты һәм башҡарма директоры Марисса Майерға таң ҡала, уның бизнестағы урынын да, ҡараштарын да, мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙарҙың әһәмиәтенә ҡағылышлы фекерҙәрен, һоҡланып ҡабул итә[4].
Йүгереү һәм бокс менән шөғөлләнә[2][5].
Дуҫ егете менән Калифорния тауҙары буйлап йәйәү сәйәхәт итергә ярата[2].
iPhone-да Скрэббл уйнай[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Jill Iscol, Peter W. Cookson (Contributor: Bill Clinton). The laptop is the new sewing machine: the Leila Janah story // Hearts on Fire: Stories of Today's Visionaries Igniting Idealism into Action. — Random House Publishing Group, 2013. — P. 62-72. — 176 p. — ISBN 081299390X, 9780812993905.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 Daniel Scheffler. Leila Janah's 'microwork' - power to many (ингл.). sfgate.com (30 декабрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2015.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Leila Chirayath Janah (ингл.). The Huffington Post. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2015.
- ↑ 1 2 Lara O'Reilly. Advertising More: Yahoo Sexism Marissa Mayer Female tech CEO: Marissa Mayer's view on gender 'sets us back' Read more: http://www.businessinsider.com/sama-group-ceo-leila-janah-criticizes-marissa-mayers-view-on-gender-in-the-workplace-2015-3 (ингл.). Business Insider (9 март 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2015.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 Leila Janah – WOMAN of ACTION (ингл.). A Celebration of Women (18 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2015.
- ↑ 1 2 3 4 Leila Janah (ингл.). techfellows.com (2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2015.
- ↑ 1 2 3 4 5 Gerben van der Marel. Handel in banen voor de armsten (билдәһеҙ). fd. (4 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2015.
- ↑ 1 2 Leila Janah (ингл.). heinzawards.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2015.
- ↑ Christina Farr. How Sama Group’s donations model connects and aids the world’s poor (ингл.). Venture Beat (5 ноябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2015.
- ↑ Emilia Benton. THE MOST INFLUENTIAL WOMEN IN TECHNOLOGY 2010 - Leila Janah (ингл.). Fast Company (2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 май 2015.
Һылтанмалар
- Рәсми сайт: leilajanah.com.
- CrunchBase: crunchbase.com/person/leila-chirayath-janah.
- Видео-лекциялар:
- TEDxBrussels: Leila Janah — The Microwork revolution.
- PopTech: Leila Janah: Jobs fight poverty 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған..
- Мәҡәләләр:
- Фонд Сколла: Leila Chirayath Janah.
- Интервью:
- Lifehacker: I’m Leila Janah, Social Entrepreneur, and This Is How I Work.
- Experience L!ife: Leila Janah: The Equalizer.
- The Huffington Post: Leila Janah, Samasource CEO, Talks Modeling, Feminism And Empowering Women.