Лөкбатҡан (балсыҡ вулканы)

Лөкбатҡан - (рус. Локбатан, әзерб. Lökbatan) — донъяның иң ҙур балсыҡ вулкандарының береһе[2]. Баҡының Гарадаг (башҡ. Ҡаратау) районындағы шул исемдәге үк Лөкбатҡан ауылынан йыраҡ түгел урынлашҡан. 1998 йылдан ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы исмлегенә индерелгән[3].

Этимологияһы

Лөк - төрөк һәм әзербайжан телдәрендә ата дөйә тигәнде аңлата [4]. "Батан" һүҙе башҡортсаға "батҡан" тип тәржемә ителә. Ихтимал, был балсыҡ ағымында дөйә батып үлгән булғандыр.

Тарихы

1933 йылда, батҡаҡ вулканы янында скважина быраулағанда геологтар янында ҡеүәтле нефть һәм тәбиғи газ ятҡылыҡтары таба. Нәҡ ошо факт артабан батҡаҡ вулкандары менән углеводород ятҡылыҡтарының туранан-тура бәйләнеше барлығы тураһында теория барлыҡҡа килә[5].

Лөкбатҡан донъяла иң әүҙем батҡаҡ вулканы: 1810 йылдан бирле 25 атылыу теркәлгән булһа, шуларҙың иң һуңғыһы 2017 йылдың 2 майында теркәлгән [2][6]. Вулкандың ҡылығы үҙгәреүсән: ҡағиҙә булараҡ, уға пелей тибында атылыу хас, был төр атылыуҙа батҡаҡ сығып, уның конусына яғыла бара, әммә ҡайһы саҡ үҙлегенән ҡайнап янып газ бүленеп сыға.

Донъяла 800-ләп шундай вулкан бар, шуларҙың 300 тирәһе Әзербайжан ерҙәрендә [7].

Видеояҙмалар

  • YouTube сайтында Видео Вулкан в Локбатане
  • YouTube сайтында Видео Баку! Грязевой вулкан!
  • YouTube сайтында Видео Азербайджан. Баку2016. Грязевые вулканы. 1часть
  • YouTube сайтында Видео Bakıda yenə VULKAN püskürdü (2017)

Шулай уҡ ҡара

Иҫкәрмәләр

  1. http://whc.unesco.org/en/tentativelists/1176/
  2. 1 2 Dünya rekordçusu püskürdü (әзерб.). AZƏRTAC (2 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2019.
  3. "Lok-Batan" Mud Cone (ингл.). UNESCO. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2019.
  4. Lök
  5. Геология, геоэкология и ресурсный потенциал Урала и сопредельных территорий: Материалы III Всероссийской молодежной геологической конференции, г. Уфа, сентябрь 2015 года. — Санкт-Петербург: Свое издательство, 2015. — С. 10—12. — 208 с. — ISBN 978-5-4386-0896-7.
  6. В Азербайджане произошло извержение вулкана. Haqqin.az (2 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2019.
  7. Грязевой вулкан Локбатан [1] 2019 йылдың 9 май көнөндә архивланған.

Һылтанмалар

  • Lök [2]
  • Грязевой вулкан Локбатан [3]
  • Грязевой вулкан Локбатан [4] 2019 йылдың 9 май көнөндә архивланған.
  • Грязевой вулкан Локбатан, Азербайджан, Баку: фото, описание адрес [5](недоступная ссылка)

Категориялар