Маастрихт
Маастрихт[8] (нидерл. Maastricht [maːˈstʁɪçt] (южн.) / [maːˈstɾɪxt] (сев.), лимб. Mestreech [məˈstʁeːç], лат. Mosae Traiectum) — Нидерландтың көньяҡ-көнсығышындағы ҡала, Лимбург провинцияһының һәм Маастрихт общинаһының административ үҙәге. Халҡы — 121 000 кеше (2011 йылға ҡарата).
Географияһы
Тарих
Ҡаланың урындағы ҡәбиләләр йә булмаһа уларҙы баҫып алған римлеләр тарафынан нигеҙләнеүе билдәһеҙ, ләкин б. э. I быуатында Маастрихтта хәрби ҡәлғә һәм Маас йылғаһы аша күпер була, ауыл исеме шул римлеләрҙең — Траектум-ад-Мозам (лат. Traiectum ad Mosam — «Моз аша күсеү (Маас)» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Күпер Багакум һәм Колония Агриппина Колонияһы араһындағы юлда иң мөһөм күпер булып торған. Ошо крайҙа иң беренсе епископ булған Изге Серваций 382 йылда Маастрихты үҙенең резиденцияһы итеп һайлай. 721 йылға тиклем Түбәнге ерҙәр дини үҙәге әһәмиәтен ҡала һаҡлап ҡала алған. 721 йылда епископ Ламберт үлтерелгәндән һуң кафедра Льеж ҡалаһына күсерелә.
Урта быуаттарҙа Маастрихт сеньоры булып бер үк ваҡытта Льеж епискобы һәм Брабант герцогы иҫәпләнә. 1632 йылда ҡала Испания янында голландтар тарафынан яулап алына һәм Берләшкән провинциялар составына инә, ләкин бер үк ваҡытта Льеждан, Амстердамдан идара ителә. Бельгия революцияһы ваҡытында (1830-32) Бельгия составына саҡ инмәй ҡала.
Маастрихт стратегик яҡтан уңайлы урынлашыуы арҡаһында 1673, 1748, 1794 йылдарҙа француздар республикаға баҫып ингән беренсе ҡала була. 1940 йылда ла ул немецтарҙың һөжүменә иң тәүге дусар ителеүсе була, 4 йылдан һуң уны шулай уҡ иң беренсе итеп союздаштар азат итә. Маастрихт 1992 йылда ЕС илдәренең берҙәм валютаһын булдырыу тураһындағы Маастрихт килешеүенә ҡул ҡуйылған урын булып тора.
Климат
Маастрихта уртаса йомшаҡ климат .
- Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 9,5 °C
- Уртаса һауа дымлылығы — 81,1 %
| Маастрихт климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткестәре | Дек. | Ғин. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Февр. | Йыл |
| Һауа температураһы, °C | 4,4 | 5,5 | 8,9 | 12,6 | 17,3 | 20,3 | 21,9 | 21,9 | 18,8 | 14,5 | 8,6 | 5,4 | 13,3 |
| Уртаса температура, °C | 2,0 | 2,5 | 5,2 | 8,2 | 12,5 | 15,5 | 17,2 | 17,0 | 14,2 | 10,5 | 5,8 | 3,0 | 9,5 |
| Уртаса минимум, °C | -0,6 | -0,5 | 1,6 | 3,8 | 7,6 | 10,7 | 12,4 | 12,3 | 9,9 | 6,8 | 2,8 | 0,4 | 5,6 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 58,9 | 53,2 | 62,2 | 52,6 | 62,2 | 74,1 | 70,6 | 66,4 | 56,6 | 60,5 | 69,4 | 72,8 | 759,5 |
| Сығанағы: World Climate 2017 йылдың 9 ноябрь көнөндә архивланған. | |||||||||||||
Иҫтәлекле урындар
Мәҙәниәт
Маастрихта Нидерландтың иң йәш университеты (1976) эшләй.
Маастрихтың Боннефантенмузеумында боронғо нидерланд сәнғәте хазиналары йыйылған. Хәҙерге музей бинаһы 1990-сы йылдарҙа Альдо Росси проекты буйынса төҙөлә.
Транспорт
Маастрихта Маастрихт-Ахен аэропорты бар, ул ҡаланың төньяғынада 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Аэропорт башҡа европа илдәре менән даими бәйләнеш тота. KLM, Амстердам — Маастрихт эске рейсы Амстердамға барыусы самолеттарға күсеп ултырыу урыны булып торғанлыҡтан, 2008 йылдың 26 ноябрендә[9] рентабелһеҙлек арҡаһында ябыла.
Ҡала тимер юлы Маастрихты Амстердам, Эйндховен, Утрехт, Хертогенбос ҡалалары һәм шулай уҡ яҡын-тирәләге Бельгияның Льеж ҡалаһы менән бәйләй. Яҡындағы тимер юл менән немецтарҙың Ахен ҡалаһы менән бәйләнеш юҡ, унда барыу өсөн Херлендә яңы поезға күсеп ултырырға кәрәк. Ахенға № 50 Veolia транспорт компанияһы автобусы меән барырға була[10], был компания селтәре шулай уҡ Маастрихты Көньяҡ Лимбург тораҡ пункттарының күбеһе менән бәйләй.
Спорт
Ҡала «МВВ Маастрихт» футбол клубы бар, ул голланд юғары дивизионында әленән-әле сығыш яһай. Америка футболы һәм лакросс буйынса командалар бар. Маастрихта бер көнлөк « Амстел Голд Рейс» велосипедта уҙышыуҙың старты һәм финишы үткәрелһә, һуңғы йылдарҙа уның финишы ғына үтә.
Дин
Әрмән апостол сиркәүе
- Сурб Карапет сиркәүе[11]
Билдәле кешеләре
- Фемке-Анна Броере (тыуған 1972) — нидерланд актрисаһы, ҡала театрҙарында әүҙем уйнаусы.
- Рье, Андре (тыуған 1949) — нидерланд дирижеры һәм скрипкасыһы, матбуғатта Вальс короле тип атап йөрөтөлә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ waar staat je gemeente.nl
- ↑ Siertegels van aardewerk met afbeelding van een broodbakker en een suikerbakker
- ↑ Kerncijfers wijken en buurten 2021 — 2021.
- ↑ https://gemeentegeschiedenis.nl
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://www.gochengdu.cn/news/our-sister-cities/sister-cities-of-chengdu/maastricht-netherlands--a429.html?xcSID=04j06l2e0bo8q3o2mh7ud63pm2
- ↑ https://www.liege.be/fr/vie-communale/services-communaux/international/jumelages-et-partenaires/maastricht-pays-bas
- ↑ Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 с. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
- ↑ KLM schrapt vlucht binnenlandse laatste
- ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2015. Архивировано 27 май 2015 года. 2015 йылдың 27 май көнөндә архивланған.
- ↑ Иҫәп буйынса өсөнсө урында нидерландтар, әрмән сиркәү асылды.