Маджуро
Ма́джуро (ингл. Majuro [ˈmædʒəroʊ]) — Тымыҡ океандағы утрау дәүләте Маршалл Утрауҙарының баш ҡалаһы.
Ҡала шул уҡ исемле атоллда төҙөлгән, был атолл 64 утрауҙарҙан тора. Бында аэропорт һәм диңгеҙ порты бар. Халҡы башлыса Д-У-Д (Делап—Улига—Джаррит, Delap—Uliga—Djarrit — атоллдың көнсығыш осонан, көньяҡтан төньяҡҡа ҡарай һаналған) утрауҙарында тупланған. Улига — төп эш районы, банк һәм туризм үҙәге. Улигала Маршалл Утрауҙары колледжы, урта һәм башланғыс мәктәптәр урынлашҡан. Хөкүмәт учреждениелары Делап утрауында урынлашҡан, бында шулай уҡ бер нисә ҙур магазиндар эшләй. Джаррит утрауында башлыса торлаҡ йорттар, урта һәм башланғыс мәктәптәр урынлашҡан. Атоллдың көнбайыш өлөшөндә Д-У-Д утрауҙарынан 30 км алыҫлыҡта Лаура ҡасабаһы урынлашҡан, ул популяр пляжлы үҫеп барыусы район булып тора.
Атоллдың майҙаны — барлығы 9,71 км², лагуна майҙаны — 295 км². Утрауҙа туристар араһында спорт балыҡ тотоуы һәм дайвинг популяр булып тора.
Икенсе донъя һуғышы осоронда, 1944 йылдың 30 ғинуарында АҠШ ғәскәрҙәре быға тиклем Япония армияһы тарафынан контроллдә тотолған Маджуроны биләй.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Taipei - International Sister Cities. Taipei City Council. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 август 2013. Архивировано 2 ноябрь 2012 года. 2012 йылдың 2 ноябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Links for the Republic of the Marshall Islands 2006 йылдың 24 май көнөндә архивланған. (инг.)