Макрушина Татьяна Владимировна
Татьяна Владимировна Макрушина (рус. Татьяна Владимировна Макрушина; 1961 йылдың 9 сентябре, Ишембай, Башҡорт АССР-ы) — театр актрисаһы, Башҡортостан Республикаһының Рус академия драма театры артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
Биографияһы
Татьяна Владимировна Макрушина 1961 йылдың 9 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған. Атаһы Владимир Александрович заводта токарь, әсәһе Капитолина Константиновна фабрикала хисапсы булып эшләй[1].
Мәктәп йәшендә Ишембай ҡалаһының халыҡ театрында шөғөлләнгән (уҡытыусылары О. Я. Колос һәм В. В. Цикунов)
Татьяна Владимировна 1983 йылда Өфө сәнғәт институтын (педагогы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре П. Р. Мельниченко) тамамлай һәм Рус драма театрында эшләй башлай. Характерлы артист амплуаһына эйә.
012 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында актёр оҫталығы буйынса уҡыта[2].
Ғаиләһе
Ире Рөстәм Нәбиев — иҡтисадсы, улы Динислам Нәбиев — Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған.
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Фьорелла («Моя профессия — сеньор из общества», Скарначчи, Тарабузи)
- Кәләш («Туй», А. П. Чехов)
- Ольга («Иҫке йорттағы биш романс», В. Арро)
- Лариса («Эшелон», Рощин)
- Тоня Андреевская («По 206-й», В. Белов)
- Наташа («Колея», В. Арро)
- Блондинка («Ах, Невский!..», А. Поламишев, Н. В. Гоголдең «Петербург повестары» буйынса)
- Марья («Эффект Редькина», А. Козловский)
- Флоранс («Ловушка для одного человека», Р. Тома)
- Тамара («Колыма», И. Дворецкий)
- Клеопатра Максимовна («Самоубийца», Н. Эрдмана)
- Ира («Три девушки в голубом», Л. Петрушевская)
- Марианна («Тартюф», Ж.-Б. Мольер)
- Искра Полякова («Завтра была война», Б. Васильев)
- Таня («Матросская тишина», А Галич)
- Донья Анхела («Ревнивая к себе самой», Тирсо де Молина)
- Поликсена («Наливные яблочки», А. Н. Островский)
- Белоснежка («Белоснежка һәм ете гном»)
- Олимпиада Самсоновна («Свои люди — сочтёмся», А. Н. Островский)
- Мадам Соколова («Последние», М. Горький)
- Әсә, Ҡатын («Могущество мух», Л. Сальвэр)
- Аркадина («Аҡсарлаҡ», А. П. Чехов)
- Эстер Саломон («Эквус», П. Шеффер)
- Агафья Тихоновна («Петербургские квартиры», Ф. Кони)
- Настя («Трагедии первого этажа», В. Зверовщиков)
- Вера («Приходи и уводи», Н. Птушкина)
- Миссис Отис («Кентервильское привидение»)
- Марья Осиповна Преполовенская («Тварь», В. Семеновский, Ф. Сологубтың «Мелкий бес» романы буйынса)
- Касатка («Касатка», А. Н. Толстой)
- Евгения («Ыласындар һәм ҡарғалар», Сумбатов-Южин)
- Лиза («В пробке…», К. Драгунская)
- Елизавета Английская («Ваша сестра и пленница…», Л. Разумовская)
- Миссис Уэбб («Беҙҙең ҡала», Т. Уайлдер)
- Нэнси Валлоне («Перебор», Х Бергер)
- Эмма («Женщина без тела», М. Матишич)
- Наталья Ивановна («рус ҡайнатмаһы», Л Улицкая)
- Сәнғәт белгесе («К звездам», Н. Мошина)
- Нателла Абашвили, Анико («Кавказский меловой круг», Б. Брехт)
- Ольга Морозова («Экспонаты», В. Дурненков)
- Чебоксарова Надежда Антоновна («Бешенные деньги», А. Н. Островский)
- Екатерина Икенсе («Мөхәббәт — алтын китап»)
- Галя («Сикһеҙ апрель», Я. Пулинович)
- Анечка Прокопович («Заговор чувств», Ю Олеша).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1991);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997);
- 1990 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы;
- Бәдэр Йосопова исемендәге Башҡортостан Республикаһы Театр эшмәкәрҙәре союзы премияһы лауреаты;
- 1997 йылда Магнитогорскиҙа үткән «Сикһеҙ театр» халыҡ-ара фестивалендә иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн приз;
- 1997 йылда Стәрлетамаҡта үткән «Театр яҙғыһы» республика фестивалендә иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн приз;
- «Пресса-2003» рейтингының «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһы лауреаты;
- «Пресса-2005» рейтингының «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһы лауреаты;
- «Пресса-2008» рейтингының «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһы лауреаты;
- «Пресса-2009» рейтингының «Мэтр» номинацияһында приз[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Макушина Татьяна Владимировна. Башҡорт энциклопедияһы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
- ↑ 1 2 Макрушина Татьяна Владимировна. Өфө дәүләт сәнғәт институты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2026.
Әҙәбиәт
- Макрушина Татьяна Владимировна. Башҡортостан Энциклопедияһы.