Максимов Василий Юрьевич

Василий Юрьевич Румянцева (1954) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, VI һәм VII саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы, Дәүләт думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты ағзаһы[1].

Биографияһы

1954 йылдың 28 ғинуарында Һарытауҙа тыуған. 1977 йылда Һарытау дәүләт медицина институтын тамамлап «Дауалау эше» һөнәре буйынса юғары медицина белеме ала. 1980 йылда Һарытау медицина институтында ординатураны тамамлай. 1984 йылдан — «хирургия» һөнәре буйынса медицина фәндәре кандидаты. 1977-1984 йылдарҙа Һарытау медицина институтының клиник кампусында хирург булып эшләй. 1984 йылда һарытау өлкәһе Петровский районы үҙәк район дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнә, был вазифала 1995 йылға тиклем эшләй. 1995 йылдан алып 2008 йылға тиклем һарытау өлкәһе өлкә клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһында эшләй. 2009 йылдан 2012 йылға тиклем һарытау 8-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын биләй[2].

2000 йылда 21-се бер мандатлы һайлау округы буйынса Һарытау ҡала думаһының 2-се саҡырылыш депутаты итеп һайлана. 2006 йылда 18-се бер мандатлы һайлау округы буйынса 3-сө саҡырылыш Һарытау ҡала думаһы депутаты итеп һайлана. 2011 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһынан депутат вазифаһына тәҡдим ителә, яңынан 14-се бер мандатлы һайлау округы буйынса Һарытау ҡала думаһының IV саҡырылыш депутаты итеп һайлана[3].

2011 йылда Берҙәм Рәсәй исемлеге буйынса Дәүләт думаһына тәҡдим ителә, әммә депутат булып үтмәй. 2012 йылдың 20 февралендә, Прокопенко Тимурҙың вакантлы мандатын алып, VI саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты була[4] 2016 йылда «Берҙәм Рәсәй»ҙән VII саҡырылыш Дәүләт Думаһына тәҡдим ителә, 166-сы бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана[5].

2018 йылдың 13 апрелендә, 441399-7-се һанлы «Америка Ҡушма Штаттарының һәм (йәки) башҡа сит илдәрҙең дуҫтарса булмаған ғәмәлдәренә йоғонто яһау саралары (контрһөжүм) тураһындағы» закон проектын башлап ебәреүселәрҙең береһе була, икенсе статьяның 15-се абзацында Рәсәй Федерацияһы территорияһына АҠШ-та йәки башҡа сит илдәрҙә етештерелгән дарыуҙарҙы индереүҙе тыйыу йәки сикләү тәҡдим ителә[6][7]. Закон проекты бер нисә йәмәғәт ойошмалары, социаль сәйәсәт буйынса Федерация Советы комитеты [8] һәм халыҡ-ара эштәр буйынса Дәүләт думаһы комитеты[9] яғынан тәнҡиткә дусар була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы[10].

Иҫкәрмәләр

  1. Максимов Василий Юрьевич. Государственная Дума. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2018.
  2. Максимов, Василий Юрьевич. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2018.
  3. Выборы депутатов Саратовской городской Думы четвертого созыва/ Дата голосования: 13.03.2011. 2018 йылдың 20 декабрь көнөндә архивланған.
  4. Постановления ЦИК России. vestnik.cikrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2018. 2018 йылдың 20 декабрь көнөндә архивланған.
  5. Приложение к постановлению Центральной избирательной комиссии Российской Федерации от 23 сентября 2016 г. N 56/541-7. Российская газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 декабрь 2018.
  6. Законопроект № 441399-7. СОЗД ГАС «Законотворчество». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2018.(недоступная ссылка)
  7. Текст проекта федерального закона. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2018.(недоступная ссылка)
  8. Комитет Совфеда раскритиковал инициативу о запрете импорта американских лекарств.
  9. Запрет на ввоз западных лекарств ударит по тяжелобольным. Lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2018.
  10. ГОСУДАРСТВЕННАЯ ДУА Максимов Василий Юрьевич