Максимов Игорь Павлович

Игорь Павлович Максимов (22 май 1921 йыл10 февраль 2017 йыл)—уҡытыусы, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының рус яҙыусылары берекмәһенең почётлы ағзаһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Яныбай Хамматов (2004) һәм Степан Злобин (2013)[1] исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. «Проза» номинацияһында «Бельские просторы» журналы премияһы лауреаты (2004). Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (2016).

Биографияһы

Ғаилә риүәйәте буйынса, Максимовтар Аксаковтар ғаиләһе крәҫтиәндәре. XVIII быуат аҙағында уларҙы Волга буйынан Рә йылғаһына буйына Аксаков Тимофей Степанович күсерә. Игорь Павловичтың ата-әсәһе революция йылдарында Иркутскиҙа осраша. Атаһы ҡалаға «колчаковсылар менән бергә» килеп эләгә; был уның ғүмеренә хәүеф янай һәм фамилияһын Максимовҡа алмаштырырға мәжбүр була. Репрессия йылдарында Беломор-Балтик каналы (Беломорканал) төҙөлөшөндә әсәһе яғынан туғандары эшләй. Был ғаиләнең ир-егеттәренә лә икенсе фамилия алырға тура килә: Киняпиндар ғаиләһендә шулай итеп Рыбкиндар барлыҡҡа килә[2].

Игорь Павлович Максимов 1921 йылдың 22 майында Иркутскиҙа тыуған. 1922 йылда ғаилә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй районы Аксаков станцияһына күсеп килә. Коллективлаштырыу осоронда Максимовтар ғаиләһе Белорет районының Йырматау махсус ҡасабаһына[3] һөргөнгә ебәрелә[4].

1937 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә, һуңынан хәҙерге Магнитогорск дәүләт университетында уҡыуын дауам итә. 1942 йылда институтты тамамлағандан һуң Омск артиллерия-миномёт училищеһында — курсант. 1943 йылдың майында фронтҡа китә. Легендар «Катюшалар» взводы командиры лейтенант И. П. Максимов Еңеү көнөн Австрияла ҡаршылай. Ҡыҙыл Йондоҙ, Ватан һуғышы ордендары, «Будапештты алған өсөн», "«Венаны алған өсөн» миҙалы, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнә. Һуғыштан һуң 40 йылдан ашыу Белорет районының Туҡан ауылы урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй[4]. 1986 йылдың 30 июнендә хаҡлы ялға сыға.

2017 йылдың 10 февралендә вафат була, Туҡанда ерләнә[5].

Ижады

Игорь Павлович Максимовтың ижад юлы 1976 йылда башлана. «В Пушкинских горах» («Пушкин тауҙарында») тигән тәүге хикәйәһе 1976 йылда «Урал» гәзитендә баҫыла. 1985 йылдан уның очерктары һәм хикәйәләре «Белорецкий рабочий», «Вечерняя Уфа», «Урал» гәзиттәрендә, «Бельские просторы» журналында даими баҫыла башлай. 1997 йылда — «Тихая проза» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы, 2002 йылда «Письма из Ермотании» китабы баҫыла. 2010 йылда «Фронт көндәлегенән яҙмалар» менән тулыландырылған «Письма из Ермотании» китабының икенсе баҫмаһы нәшер ителә. 2015 йылдың апрелендә «Там, где вечно дремлет тайга» тигән китабы сыға. Унда авторҙың «Белорецкий рабочий» гәзитендә нәшер ителгән хикәйәләре һәм баҫылмаған әҫәрҙәренең бер өлөшө тупланған[4].

Әҫәрҙәренең темалары: тәбиғәт, тыуған яҡҡа һөйөү, ауыл тормошо, яҡташтары. Хикәйәләр өсөн сюжеттарҙы автор тормоштан алған; геройҙарҙы — кемдеңдер исеме йәки фамилияһы, ҡушаматтары һәм ғәҙәттәре буйынса танырға мөмкин[6].

Иҫкәрмәләр

  1. Борисов И. Старейший писатель Башкирии стал лауреатом премии Степана Злобина. Аргументы недели. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2026.
  2. Рожкова Т. И. «Мне украшало это жизнь»: писательство в повседневности народного автора. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ғинуар 2026.
  3. Үлемһеҙ барак. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ғинуар 2026.
  4. 1 2 3 Не стало писателя Игоря Максимова. Республика Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ғинуар 2026.
  5. Максимов Игорь Павлович (1921). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026.
  6. Блистательная проза. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026.