Маликов Борис Зөфәр улы
Маликов Борис Зөфәр улы (29 октябрь 1947 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе. Юридик фәндәр докторы (2004), профессор (2006). Эске хеҙмәт полковнигы[1].
Биографияһы
Борис Зөфәр улы Маликов 1947 йылдың 29 октябрендә Южно-Сахалинск ҡалаһында тыуа. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында ала. Уҡыу йортон 1974 йылда тамамлай. Хеҙмәт юлын 1975 йылда Башҡорт АССР-ы Эске эштәр министрлығы системаһында башлай. 1990 йылдан Өфө юридик институтында эшләй. Тәүҙә ғилми хеҙмәткәр була, һуңынан — холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт хоҡуғы кафедраһы начальнигы урынбаҫары вазифаһында. 1998 йылдан Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Һарытау юридик институтында, 2001—2008 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең Һамар юридик и нститутында эшләй, 2003 йылдан енәйәт-башҡарма хоҡуҡ кафедраһы начальнигы. 2009 йылдан Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институтының енәйәт хоҡуғы, процесс һәм криминалистика кафедраһы мөдире булып эшләй. Һуңғы эш урыны — Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының енәйәт хоҡуғы һәм криминология кафедраһы профессоры[2].
Ғилми эшмәкәрлеге
Борис Маликовтың ғилми эшмәкәрлеге яза теорияһы проблемаларын тикшереүгә, енәйәт яуаплылығының асылына һәм формаларына бағышлана. Ул 150-нән ашыу фәнни һәм методик хеҙмәт, шул иҫәптән 7 монография авторы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Юстиция министрлығының һәм Рәсәй Федерацияһының Яза башҡарыу федераль хеҙмәтенең ведомство миҙалдары[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 ПРЕПОДАВАТЕЛИ КАФЕДРЫ ЮРИСПРУДЕНЦИИ
- ↑ Маликов Борис Зөфәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар
- ПРЕПОДАВАТЕЛИ КАФЕДРЫ ЮРИСПРУДЕНЦИИ
- Маликов Борис Зөфәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.