Маликов Марат Фәйзелҡадир улы

Маликов Марат Фәйзелҡадир улы (2 февраль 1937 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. Юридик фәндәре докторы (1992), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1992).

Биографияһы

Марат Фәйзелҡадир улы Маликов 1937 йылдың 2 февралендә Башҡорт АССР-ы Илеш районы Түбәнге Йәркәй ауылында тыуған.

1965 йылда Ҡазан университетын тамамлай. 1965 йылдан Башҡорт АССР-ының Ҡалтасы һәм Тәтешле райондарында халыҡ судьяһы булып эшләй. 1975—1978 йылдарҙа Удмурт дәүләт университетында уҡыта.

1978 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй:

2007 йылдан Башҡортостан Республикаһының «Мәғарифты мәғлүмәтләштереү академияһы» йәмәғәт ойошмаһы директоры.

2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан социаль технологиялар институтында эшләй. Артабан Рәсәй Федерацияһы Эске Эштәр Министрлығының Өфө юридик институтында уҡыта.

Фәнни эшмәкәрлеге

Марат Фәйзелҡадир улы 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы булып тора, улар башлыса федераль һәм төбәк ҡануниәте мәсьәләләренә бағышланған.

Хеҙмәттәре

  • Оправдательный приговор в советском уголовном процессе : Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата юридических наук. (12.00.08) / Казан. гос. ун-т им. В. И. Ульянова-Ленина. — Казань, 1974.
  • Эффективность приговора в советском уголовном процессе : Учебное пособие. — Уфа : БГУ, 1980. — 79 с.
  • Эффективность приговора в советском уголовном процессе : Вопросы теории и практики / Под ред. М. С. Брайнина. — Саратов : Изд-во Сарат. ун-та, 1982. — 182 с.

Һылтанмалар