Малышево (Силәбе өлкәһе)

МалышевоСиләбе өлкәһе Сосновка районының Кременкүл ауыл биләмәһе составындағы ауыл.

Тарихы

Ауылға 17441763 йылдарҙа Силәбе ҡәлғәһенән килгән кешеләр тарафынан нигеҙ һалына. Ауыл беренсе күсеп ултырыусы кешенең фамлияһы буйынса аталған. 3-сө генераль рәүиз мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 12 ир-ат енсенән торған кеше (крәҫтиән) теркәлгән. 1775 йылда 6 ихата иҫәпләнгән. Ауылдың Силәбе өйәҙенең генераль планындағы урынлашыуы хәҙерге планға тап килә. 1801 йылда Малышево ауылында Шадрино һәм Силәбе ауылдарынан дүрт крәҫтиән ғаиләһе күсеп килә. 1841 йылда бөтә крәҫтиәндәр ҙә казак сословиеһына теркәлә. 20 быуат башында мәктәп эшләй, ауыл Силәбе станицаһы ОКВ 3-сө хәрби бүлегенә инә. 1930 йылда «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозы ойошторола, уға 1477,18 га ер биләмәләре ҡарай[3]. Халҡы иген культуралары һәм йәшелсә үҫтереү, мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Һуңғараҡ колхоз «Митрофановский» совхозы составына инә. 1990 йылдарҙа ауыл территорияһында «Митрофановское» ЯАЗТ бүлексәһе урынлаша. Хәҙер Малышево ауылында эшкә һәләтле кешеләр юҡ (тик ялға сыҡҡан кешеләр генә йәшәй)

Географияһы

Малышево ауылы Сосновка районының үҙәк өлөшөндә, Мейәс йылғаһы яры буйында, Кайгородово ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 3,5 км алыҫлыҡта һәм өлкә үҙәге Силәбегә яҡын урынлашҡан. Рельефы — ярым тигеҙлек. (Урал аръяғы пенеплены); иң яҡын бейеклек — 267 м. Ландшафты — утрауҙағы ҡарағайлыҡтар һыҙаты менән урман-дала[3]

Яҡындағы тимер юл станцияһы – СиләбеҠыштымЕкатеринбург тимер юлы һыҙығында – Шагол станцияһы, Кайгородово ауылынан көньяҡтараҡ 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан Полетаево станцияһы. Ауылдан көнбайыштараҡ өлкә әһәмиәтендәге автомобиль юлдары: Силәбене урап, Силәбе – Харлуши – Кулуево үтә. Малышево ауылы диңгеҙ кимәленән 236. м бейеклектә ята[4]

Малышево ауылын күрше тораҡ пункттар менән шоссе юлдары бәйләй. Район үҙәгенә тиклем (Долгодеревенское ауылы) алыҫлыҡ 50 км, ауыл биләмәһе үҙәгенә тиклем (Кременкүл) — 10 км.

Халҡы

Халҡы иҫәбе
2002[5]2010[6]
723

Халҡы 7 кеше. (1775 йылда — 100 (51 казак, 49 крәҫтиән), 1873 йылда — 274, 1900 йылда — 213, 1916 йылда — 312, 1926 йылда — 316, 1995 йылда — 13].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар