Маннанов Ирек Нәғим улы
Ирек Нагимович Маннанов (рус. Маннанов, Ирек Нагимович; 1970 йылдың 15 авгусы, Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы — 2022 йылдың 8 ғинуары) — Рәсәй паралимпия спортсыһы. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2002, саңғы ярыштары; 2006, биатлон). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1998)[1].
Биографияһы
Ирек Нагимович Маннанов 1970 йылдың 15 авгусында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй ҡалаһында тыуған. Күреү һәләте сикләнгән.
Бәләбәйй машина эшләү техникумын һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлаған.
Бәләбәй һуҡырҙар йәмғиәтенең уҡыу-етештереү предприятиеһында слесарь булып эшләгән. Бәләбәй ҡалаһы ДЮСШ-ында спорт менән шөғөлләнгән (тренер — Н. И. Савельев)[1].
1998 йылдан Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһаған (тренерҙар — Ә. Ә. Ғүмәров[2], С. Р. Гумеров). 1997 йылдан Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы[1].
2022 йылдың 8 ғинуарында вафат булған[3].
Ҡаҙаныштары
Паралимпия уйындары (саңғы ярыштары һәм биатлон):
- чемпион — 10 км йөрөшө (1998), эстафета (1998, 2002);
- көмөш призёр — 5 һәм 20 км йөрөштәре (1998), 5 һәм 10 км (2002), эстафета (2006); биатлон буйынса 12,5 км йөрөшө (2006, Турин)[1].
Донъя чемпионаттары:
- чемпион (2003, 2005; 5, 10, 15 км һәм эстафета);
- көмөш призёр (өс тапҡыр — 2000; 2003, 2005);
- бронза призёр (ике тапҡыр — 2003; 2005)[1].
- биатлон буйынса донъя чемпионы (12,5 км, Вуокатти, Финляндия, 2009)[1].
Европа чемпионаттары:
- көмөш призёр (1997; ике тапҡыр — 2001);
- бронза призёр (ике тапҡыр — 1997; 2001)[1].
Рәсәй чемпионаттары:
- 10 тапҡыр чемпион (1998–2001) һәм чемпион (2003, 2005) саңғы ярыштарында;
- Рәсәй чемпионатының 4 тапҡыр көмөш призёры (күреү һәләте сикләнгән спортсылар араһында 5000 һәм 10 000 м йүгереүҙә, 2000–2001)[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Почёт ордены (1998);
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (2002);
- Дуҫлыҡ ордены (2005);
- «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2006)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Маннанов Ирек Нагимович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Если палки ломаешь — значит, здоров. Mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026. Архивировано 5 сентябрь 2017 года.
- ↑ Ляйсан Акимбетова. В Башкирии скончался двукратный чемпион паралимпийских игр Ирек Маннанов (9 ғинуар 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
Әҙәбиәт
- Башкирская энциклопедия : в 7 т. Т. 4 : Л — О / гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа : Башк. энцикл., 2008. — 608 с. : ил., карты.
- Ямгуров У. Дневник Паралимпиады. Турин-2006. — Уфа, 2006. — 28 с.
- Ямгуров У. Заслуженные мастера спорта СССР и России и их наставники. — Уфа, 2004. — 106 с.
- Ямгуров У. Олимпионики из Башкортостана. — Уфа, 2005. — 120 с.