Марин (Нефтекама ҡалаһы ҡала округы)

Географияһы

Маринка йылғаһының уң яҡ ярында, Нефтекама тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа 1 км, Николо-Березовканан 17 км, Ижевскиҙан 115 км, Бөрөнән төньяҡ-көнбайышҡа 100 км, Өфөнән 182 км һәм Пермдән көньяҡҡа 246 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы

Марьино ауылы тәүге тапҡыр Ҡазан өйәҙенең 1647—1656 йылдарҙы эсенә алған Теркәү кенәгәһендә Ҡаҙан өйәҙе Арса юлы Сарапул олоҫона ҡараған Починок Шипицына исеме менән телгә алына. Марьино ауылы тураһында 1745, 1749, 1750, 1788 йылдарҙағы рәсми ҡағыҙҙарҙа мәғлүмәт табырға була. Мәҫәлән, 1745 йылда Йәнәй олоҫо Суҡсы һәм Телдей ауылы башҡорттарының Марьино ауылы крәҫтиәндәре Лаврентий Галанов һәм Иван Меринковҡа Кама йылғаһы буйында ер биреүҙәре әйтелә.

4-се ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 1782 йылда Шипицинола (Марьинола) 391 крәҫтиән — 195 ир, 196 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Был ваҡытта ауыл Пермь наместниклығына ҡарай, 1795 йылғы 5-се ревизия буйынса — Өфө наместниклығының Бөрө өйәҙенә.

1796—1865 йылдарҙа Ырымбур губернаһы составында.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
1869190619201939195919892002
690979937552546348279
2010[1]
471
100
200
300
400
500
600
700
800
900
1000
1920
2010

Иҫкәрмәләр