Масали Андрес

Андрес Масали (исп. Andrés Mazali; 22 июнь 1902 йыл, Монтевидео — 30 октябрь 1975 йыл) — Уругвай футболсыһы, ҡапҡасы. Ике тапҡыр Олимпия чемпионы (1924, 1928).

Биографияһы

1920 йылда 400 метрға ҡаршылыҡтар аша йүгереү буйынса Көньяҡ Америка чемпионы була[2]. Баскетбол буйынса Уругвайҙың Олимпия йыйылма командаһы составына инә.

1920 йылдарҙа донъя футболының суперйондоҙо була. Урдинаран Сантос, Эктон Скарон һәм Хосе Леандро Андраде менән бер рәттән 1924 һәм 1924 йылдағы Олимпиада чемпионы булған Уругвай йыйылма командаһы составындағы билдәле дүртәүҙең береһе. Үрҙә атап үтелгән футболсылар барыһы ла 1930 йылда Донъя чемпионы титулын яулай. Масали иһә тарихҡа һуңғы мәлдә режимды боҙған өсөн тренер Альберто Суппичи уны исемлектән һыҙып ташлауы менән инеп ҡала. Футболсыларға ҡояш байығандан һуң күнекмә базаһынан сығырға ярамай, әммә Масали (уны билдәһеҙ блондинка менән күрәләр) тыйыуҙы боҙа һәм уның урынына йыйылма командаға "Рампла Хуниорс"тан Энрике Бальестерос алына. Ул турнирҙа яҡшы уйын күрһәтә һәм донъя чемпионы исеменә эйә була.

Масали башҡаса йыйылма командаға саҡырылмай һәм шул уҡ 1930 йылда "Насьонал"да карьераһын тамамлай. 1975 йылдың 30 октябрендә Гуруйюла вафат була.

Титулдары

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә