Биографияһы
Алла Генриховна Масевич 1918 йылдың 9 октябрендә Тбилиси ҡалаһында тыуған.
1940 йылда Карл Либкнехт исемендәге Мәскәү индустриаль-педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң астрономия һәм геофизика кафедраһына аспирантураға ҡабул ителә.
1943—1952 йылдарҙа П. К. Штернбергисемендәге Дәүләт астрономия институтында эшләй.
1952—1987 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Астрономия советы рәйесе урынбаҫары. 1957 йылдан Ерҙең яһалма юлдаштарын оптик күҙәтеүҙәр етәксеһе. 1981—1982 йылдарҙа — космик киңлекте өйрәнеү һәм тыныс маҡсатта файҙаланыу буйынса БМО-ның 2-се конференцияһын әҙерләү буйынса БМО-ның ойоштороу комитетының Генераль секретары урынбаҫары.
1970—1976 йылдарҙа Мәскәү дәүләт геодезия һәм картография институтының космик геодезия кафедраһы профессоры. 1987—2003 йылдарҙа — Астраномия Советының төп ғилми хеҙмәткәре.
Төп ғилми хеҙмәттәре йондоҙҙарҙың эске төҙөлөшө һәм эволюцияһы теорияһына һәм космос геодезияһына ҡарай. 1949—1950 йылдарҙа П. П. Паренаго менән берлектә Герцшпрунг — Рассел диаграммаһында эҙмә-эҙлелектәрҙең һәр береһе өсөн масса — яҡтыртылышы һәм масса — радиус бәйләнешен ентекле тикшереү башҡара. В. Г. Фесенков менән берлектә төп эҙмә-эҙлелек буйынса йондоҙҙарҙың корпускуляр нурланыш юлы менән массаһын юғалтыу эволюцияһы мөмкинселеген ҡарай.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1975),
Халыҡ-ара астронавтика федерацияһының А. Галабер исемендәге премияһы лауреаты (1963),
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1975),
«Почёт Билдәһе» ордены (1961),
1987 йылдан — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Т. М. Смирнова 1972 йылдың 9 майында Ҡырым астрофизик обсерваторияһында асҡан кесе планета 1904 Масевич уның хөрмәтенә аталған.
Библиография
История Солнца. 1955
Әҙәбиәт
- Колчинский И.Г., Корсунь А.А., Родригес М.Г. Астрономы: Биографический справочник. — 2-е изд., перераб. и доп.. — Киев: Наукова думка, 1986. — 512 с.
- Московская энциклопедия. Том 1: Лица Москвы. Книга 2: И-М. — М.: Фонд «Московские энциклопедии», 2008
Иҫкәрмәләр
- ↑ Alla Genrichowna Massewitsch // FemBio-Datenbank (нем.)