Мацкевич Эльвира Александровна
Мацкевич Эльвира Александровна (6 сентябрь 1991 йыл) — йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. Үҙмәшғүл. Башҡортостан Республикаһының Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты етәксеһе (2023). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1][2].
Биографияһы
Эльвира Александровна Мацкевич 1991 йылдың 6 сентябрендә Пенза өлкәһе Каменск районының Пок-Арчада ауылында тыуа. Пенза дәүләт университетын тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2013 йылда Алтай крайында «Алейск технология техникумы» край дәүләт бюджет профессиональ белем биреү учреждениеһында уҡытыусы булып башлай. Һуңынан шунда уҡ Сығарылыш уҡыусыларын эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеү үҙәге етәксеһе була.
2022—2024 йылдарҙа — «КВР-групп» урта һөнәри белем биреү яуаплылығы сикләнгән ширҡәт өсөн «Рәсәйҙә карьера» проекттары төркөмө етәксеһе.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• «Жена Героя. Мама Героя» проекты авторы (2022)[3].
• Башҡортостан Республикаһының Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты етәксеһе (2023)[4].
• Етенсе саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы[1].
• Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Мацкевич Эльвира Александровна
- ↑ 1 2 3 4 Мацкевич Эльвира Александровна
- ↑ Радий Хабиров посетил в Уфе фотовыставку «Жена Героя. Мама Героя»
- ↑ Комитет семей воинов Отечества Башкортостан обработал более 700 запросов жителей республики
- ↑ Глава Комитета семей воинов Отечества в Башкирии: Победа будет за нами!
- ↑ «Истории успеха»