Пенза дәүләт университеты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Пенза дәүләт университеты
Алыштырған В. Г. Белинский исемендәге Пенза дәүләт педагогия институты[d][1]
Рәсми сайт pnzgu.ru (рус.)
Рәсми атамаһы рус. Пензенский индустриальный институт
рус. Пензенский политехнический институт
рус. Пензенский технический университет
бенг. Пензенскі індустрыяльны інстытут
бел. Пензенскі політэхнічны інстытут
бел. Пензенскі тэхнічны ўніверсітэт
Административ-территориаль берәмек Пенза
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Пензенского государственного университета[d]
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 1943
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Диапазон IPv6 2001:b08:15::/48[2]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Рәсем
Диапазон IPv4 82.179.90.0/23[3]
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Герб России

Рәсәй Федерацияһының
мәҙәни мираҫы

№ 581710874650005

Пенза дәүләт университеты (ПГУ) — Пенза ҡалаһындағы дәүләт университеты. 1943 йылда нигеҙләнә. Университет составында 8 факультет һәм 8 институт бар[4][5].

Пензаға эвакуацияланған Одесса индустриаль институты нигеҙендә СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Бөтә Союз Юғары мәктәп эштәре буйынса комитеттың1943 йылдың 3 июлендәге «Пенза ҡалаһында Одесса индустриаль институтының эшмәкәрлеген тергеҙеү тураһында» бойороғо менән ойошторола[6].

«Пенза индустриаль институтында» исеме менән 1943 йылдың 1 ноябрендә асыла. Составында 11 кафедра була.[6] 1959 йылда СССР юғары белем биреү министры бойороғо менән Пенза индустриаль институты Пенза политехник институты итеп үҙгәртелә, ә төҙөлөш факультеты нигеҙендә Пенза инженер-төҙөлөш институты ойошторола.

Рәсәй Федерацияһының Юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесенең 1993 йылдың 5 июлендәге бойороғона ярашлы Пенза политехник институты «Пенза дәүләт техник университеты» итеп үҙгәртелә[6].

1998 йылдың 22 ғинуарында Рәсәй Федерацияһының дөйөм һәм профессиональ мәғариф министры бойороғо менән Пенза дәүләт техник университеты Пенза дәүләт университеты тип үҙгәртелә[6].

2010 йылда Рәсәй милли рейтингында 57-се урынды 2017 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған., 2011 йылда 32-се урынды 2016 йылдың 29 март көнөндә архивланған., 2012 йылда 49-сы урынды 2017 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған. биләй.

Пенза дәүләт университеты составына түбәндәге институттар инә[4]:

  • Хәрби белем институты (ИВО)
  • Физик культура һәм спорт институты (ИФКИС)
  • Медицина институты (МИ)
  • Өҙлөкһөҙ белем институты (ИНО)
  • В. Г. Белинский исемендәге педагогия институты
  • Политехник институт (ПИ)
  • Иҡтисад һәм идара итеү институты (ИЭиУ)
  • Юридик институты (ЮИ)

Пенза дәүләт университеты составына түбәндәге факультеттар инә[5]:

  • Политехник институтта Хисаплау техникаһы факультеты (ФВТ)
  • Тарих-филология факультеты (ИФФ)
  • Дауалау факультеты (ЛФ)
  • Политехник институтта Сәнәғәт технологияһы, транспорт һәм электр энергетикаһы факультеты (ФПТЭТ)
  • Педагогика, психология һәм социаль фәндәр факультеты(ФППиСН)
  • Политехник институтта Электроника һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты (ФИТЭ)
  • Стоматология факультеты (ФС)
  • Физика-математика һәм тәбиғи фәндәр факультеты (ФФМиЕН)

Пенза дәүләт университеты составына түбәндәге филиалдар инә[7]:

  • Кузнецк мәғлүмәт һәм идара итеү технологиялары институты
  • Нижнеломовск филиалы
  • Сердобск филиалы

Билдәле тамамлаусылар

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Власов Александр Васильевич (1926—2017) — төҙөлөш сәнәғәте ойоштороусыһы. 1968—1978 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының 21-се тәҙәләш тресы управляющийы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты. 1949 йылда тамамлай;
  • Пацаев Виктор Иванович (1933—1971) — летчик-космонавт, Советтар Союзы Геройы. Ер атмосфераһынан ситтә эшләгән беренсе донъя астрономы, 1955 йылда тамамлай;
  • Учайкин Илья Григорьевич (1934—2004) — ғалим, инженер-электромеханик. Ленин премияһы лауреаты. 1957 йылда тамамлай;
  • Шаролапова Таисия Федоровна (1925—2009) — Пенза сәғәт заводының цех начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы. 1962 йылда тамамлай;
  • Щербаков Александр Евгеньевич (1928—2016) — дәүләт һәм партия эшмәкәре, 1965—1984 йылдарҙа Пенза ҡала башҡарма комитеты рәйесе, 1951 йылда тамамлай;
  • Ютландов Юрий Дмитриевич (1934—2010) — сәнәғәт ойоштороусыһы. Саранск ҡалаһында Генераль «Электровыпрямитель» производство берекмәһе директоры. Социалистик Хеҙмәт Геройы. 1956 йылда тамамлай.

Техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. В. И. Левин «Троицкий вариант — наука» гәзитендә, хеҙмәт коллективының ПДУ ректоры итеп полицияның отставкалағы генералы А. Д. Гуляковты һайлауынан шок кисереүен билдәләй. Левин фекеренсә, бындай хәл университет репутацияһына зыян килтерә, лояль ректоры ҡуйылған тигән фекергә этәрә. Левин, Гуляков үҙе лә фән һәм мәғариф өлкәһеннә алдыҫ тороуын инҡар итмәй, тип раҫлай.

  1. 1 2 Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:b08:15::/48&type=inet6num
  3. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=82.179.90.0%20-%2082.179.91.255&type=inetnum
  4. 1 2 Институты. «Пензенский государственный университет» (23 ғинуар 2015). Дата обращения: 26 октябрь 2015. Архивировано 2 октябрь 2015 года. 2015 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған.
  5. 1 2 Факультеты. «Пензенский государственный университет» (17 декабрь 2014). Дата обращения: 26 октябрь 2015. Архивировано 2 октябрь 2015 года. 2015 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған.
  6. 1 2 3 4 История ПГУ (Фильм к 65 летию университета). Дата обращения: 11 август 2011. Архивировано 20 ноябрь 2011 года. 2011 йылдың 20 ноябрь көнөндә архивланған.
  7. Филиалы ПГУ. «Пензенский государственный университет» (16 февраль 2012). Дата обращения: 26 октябрь 2015. Архивировано 2 октябрь 2015 года. 2015 йылдың 2 октябрь көнөндә архивланған.