Мескита

Мескита (исп. mezquita, һүҙмә-һүҙ «мәсет»), Мәскитә[6]— рим-католик соборы (элекке мәсет). Испанияның Әл-Әндәлүстәге Кордова ҡалаһында урынлаша. Урта быуаттарҙа донъяла ҙурлығы буйынса икенсе урында булған мәсет (Өмәүиҙәр мәсетенән һуң). Был Өмәүиҙәр династияһының иң һоҡланғыс ҡомартҡыһы. Мосолман архитектураһы Мавритан стиленең иң бейек нөктәһе.

Тарих

785 йылда Кордовала төҙөлә башланған Бөйөк мәсет (хәҙер Мескита булараҡ билдәле) Пиреней ярымутрауында һәм Төньяҡ Африкала ислам архитектураһының башланғысын күрһәткән. Гранадалағы күркәм Әл-Хәмрә ҡәлғәһе төҙөлгәндә, мавритан архитектураһы үҙенең иң бейек нөктәһенә күтәрелгән.

Реконкистанан һуң католик сиркәүе итеп үҙгәртелә, ә ҡайһы бер интерьер деталдәре, арка һәм колонналар кеүек, византия стилистик деталдәренә алмаштырып була.

undefined


Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Guía Digital del Patrimonio Cultural de Andalucía (исп.)
  2. 1 2 https://es.wikiarquitectura.com/edificio/mezquita-de-cordoba/
  3. https://sevilla.abc.es/andalucia/cordoba/sevi-mezquita-catedral-cordoba-revalida-record-visitantes-septimo-consecutivo-201701201212_noticia.html
  4. 1 2 Wiki Loves Monuments monuments database — 2017.
  5. 1 2 archINFORM (нем.) — 1994.
  6. испан һүҙҙәрҙе башҡорт теле аҫтына нигеҙһеҙ яраштырыу, уңайлаштырыу буйынса

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар