Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ

Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (рус. Федеральное агентство по делам национальностей) — Рәсәй Федерацияһы башҡарма власының федераль органы. Рәсәй Федерацияһында дәүләт милли сәйәсәтен һәм милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә дәүләт, федераль маҡсатлы программаларҙы, сит ил граждандарының социаль һәм мәҙәни яраҡлашыуын, берләшеүен тормошҡа ашырыуа.

Тарихы

Агентлыҡ 2015 йылдың 31 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентының 168-се Указына ярашлы ойошторола[1]. Етәксе итеп Игорь Баринов тәғәйенләнә[2]. Агентлыҡ Рәсәй Федерацияһының 1994—2001 йылдарҙа милләттәр һәм төбәк, миграция сәйәсәте буйынса эшләгән министрлыҡтарҙың вариҫы булып тора.

Структураһы

Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә дәүләт сәйәсәте, милли сәйәсәт өлкәһендә программалар һәм проекттар, милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр торошо мониторингы, экстремизмды профилактикалау һәм дини берләшмәләр менән хеҙмәттәшлек, сит ил граждандары менән эште анализлау һәм фаразлау, эштәр идаралыҡтарынан һәм дәүләт серен һаҡлау бүлегенән тора[3]

Рәсәй халыҡтары йорто

Рәсәй халыҡтары йорто 2020 йылдың 4 мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың 2019 йылдың 27 ноябрендәге 2819-сы ҡарарына ярашлы ойошторола, директоры итеп Полежаева Анна Андреевна тәғәйенләнә. Уның маҡсаты — граждан тыныслығын, халыҡтар араһында татыулыҡты һәм үҙ-ара аңлашыусылыҡты һаҡлауға, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу өсөн шарттар тыуҙырыу[4].

Халыҡа-ара ерле халыҡтар телдәре 10 йыллығы

БМО-ның Генераль Ассамблеяһы иғлан иткән 2022—2032 йылдарҙы Халыҡ-ара ерле халыҡтар телдәре 10 йыллығын тормошҡа ашырып, Рәсйҙең Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы ошо йүнәлештә мөһим эштәр башҡара. План төҙөлгән һәм ул РФ Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған, инглиз, француз, испан телдәренә тәржемә ителеп, ЮНЕСКО-ның онлайн-платформаһына ҡуйылған. Планды тормошҡа ашырыуға башҡарма властың 9 федераль органы, 16 алдынғы федераль дәүләт фән, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеһы, сәнәғәт компаниялары, дәүләт киң мәғлүмәт саралары, һ.б. йәлеп ителгән. План 6 бүлекте һәм 64 пунктты үҙ эсенә ала, өҫтөнлөклө булып мәғариф, мәҙәниәт, цифрлаштырыу өлкәләре тора[5].

Тема буйынса өҫтәмә