Баринов Игорь Вячеславович

Ба́ринов Игорь Вячеславович (22 май 1968 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Рәсәйҙең Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе. Рәсәй Федерацияһының 4-6-сы саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (2003—2011). 20082010 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» Төбәк-ара координация советының Урал федераль округы буйынса етәксеһе. 2010 йылдан «Берҙәм Рәсәй» партияһы Генераль советы Президиумының эшмәкәрлеген һәм «Берҙәм Рәсәй» депутат фракциялары менән бәйләнешен координациялау буйынса комиссия рәйесе. Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең запастағы полковнигы.

Биографияһы

Игорь Васильевич Баринов 1968 йылдың 22 майында Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында тыуа. Хәрбиҙәр нәҫеленән. Атаһы — полковник Вячеслав Георгиевич Баринов, әсәһе — Светлана Ивановна Баринова, инженер-төҙөүсе.

1990 йылда Октябрҙең 60 йыллығы исемендәге Новосибирск юғары хәрби команда училищеһын яҡшы билдәләренә тамамлай һәм Һауа-десант ғәскәрҙәренә йүнәлтелә. 1990—1992 йылдарҙа Витебск ҡалаһында 103-сө гвардия һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итә.

1993—2003 йылдарҙа Федераль именлек хеҙмәте органдарында эшләй, һуңғы вазифаһы — «Альфа» төбәк төркөмө командиры. Күп тапҡырҙар ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуған райондарға командировкаларҙа була, Чечен Республикаһы территорияһында терроризмға ҡаршы операцияла ҡатнаша, өс тапҡыр яралана.

2003 йылда Рәсәйҙең Федераль именлек хеҙмәте академияһын тамамлай.

2004 йылдан «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы[1].

2009 йылдың 18 сентябрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Урал бүлексәһе лидерҙары үҙәк аппараттың Бариновты Ҡурған өлкәһе губернаторы итеп күрһәтеү тураһындағы ҡарарын хуплай[2].

2015 йылдың 2 апреленән — Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе. Шул уҡ көндө РФ Дәүләт Думаһы депутаты мандатын һала.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһында Свердловск өлкәһенән депутат итеп һайлана. Ил парламентында өс саҡырылыш эшләү дәүерендә Оборона буйынса комитет рәйесе урынбаҫары, Коррупцияға ҡаршы закондар менән тәьмин итеү буйынса комиссия ағзаһы, федераль бюджеттың Рәсәй Федерацияһының дәүләт именлеген һәм оборонаһын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сығымдарын тикшереү буйынса комиссия рәйестәше була. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Үҙәк Контроль-ревизия комиссияһы, «Свой дом» проектын тормошҡа ашырыу буйынса координация советы, алданған өлөшсөләргә ярҙам күрһәтеү буйынса партия Генераль Советы Президиумының эшсе төркөмө, күскенселәр һәм сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштар менән эшләү буйынса «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы итеп һайлана.

Ғаиләһе

Өйләнгән, дүрт бала атаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар