Миңлеғолов Зиннәт Ғәйзулла улы

Миңлеғолов Зиннәт Ғәйзулла улы (12 февраль 1904 йыл — 1976 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы[1]

Биографияһы

Зиннәт Ғәйзулла улы Миңлеғолов 1904 йылдың 12 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Килдеғол ауылында тыуған.

1942 йылда Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[2]. 112-се Башҡорт кавалерияһы дивизияһында хеҙмәт итә[3]. Миңлеғолов Зиннәт Ғәйзулла улы 1943 йылда ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. 1944 йылда тыуған яғына бер аяғында ҡайта.

1976 йылда ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була һәм тыуған ауылында ерләнә[4].

Һылтанмалар