Миңлеғолов Сергей Георгиевич
Миңлеғолов Сергей Георгиевич (1974 йылдың 9 апреле, Каунас[d]) — Рәсәй осоусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, 2019 йылдан[1] Рәсәйҙең дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияһы федерацияһы президенты[2] (ФАОН)[3] Шарип Миңлеғоловтоң ейәне.
Биографияһы
Файл:Шарип Минигулов.jpg
Сергей Миңелғоловтоң олатаһы Шәрип Миңлеғолов
Сергей Георгиевич Миңлеғолов 1974 йылдың 9 апрелендә Каунаста (Литва) хәрби осоусылар ғаиләһендә тыуа[3]. Мәктәпте Германияла тамамлай, һуңынан ғаилә СССР-ға ҡайта[5].
1996 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлай[3]. Юридик практиканы Америка полицияһында үтә[5].
2006 йылда «Стратегик менеджмент» һөнәре буйынса идарасы кадрҙар әҙерләү Президент программаһы буйынса уҡый[3].
Авиация эшмәкәрлеген 1999 йылда башлай[6], тәүҙә парашют спорты менән шөғөлләнә[7].
2008 йылға тиклем Рәсәй ДОСААФ-ының Баранов исемендәге Нижегородка аэроклубында оса[3].
Авиация өлкәһендә «шәхси пилот» һәм «СВС-инструктор пилоты» специализациялары буйынса уҡыуын дауам итә[3].
Файл:Сергей Минигулов в своем самолете.jpg
Сергей Миңлеғолов үҙенең Roland Z-602 самолеты кабинаһыныда
2011 йылда[8] Өфө эргәһендә Первушино аэродром комплексына нигеҙ һала һәм уның хужаларының береһе була[9]. Шулай уҡ ул аэродром территорияһында урынлашҡан «Кесе авиацияның Өфө уҡытыу-методик үҙәге» авиация уҡыу үҙәгенең генераль директоры вазифаһын биләй[3]. Үҙе шул уҡ үҙәктә уҡыта[8].
2015—2017 йылдарҙа Башҡортостан ДОСААФ-ын етәкләй[10][11].
Дөйөм осоу ваҡыты — 2200 сәғәт, парашюттан 310 тапҡыр һикерә[3].
Сергей Миңлеғолов етәкселегендә Өфөлә «Альтаир» дөйөм тәғәйенләнештәге авиация самолеты эшләнә, һынау осоштарын ул үҙе үткәрә[12].
Авиация эшмәкәрлегенән тыш, Миңлеғолов психолог һөнәренә лә эйә. 2022 йылда «Көрсөк психологы» специальносы буйынса ҡайтанан әҙерлек үтә[13]. Психология буйынса шәхси курстар авторы[14].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Файл:Суменков Минигулов рекорд.jpg
Сергей Миңлеғолов (уңда) менән Дмитрий Суменков (һулда) «Крылья Спутника» фестивалендә Рәсәй рекордын теркәгәндән һуң
2014—2019 йылдарҙа Сергей Миңлеғолов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамғандағы Дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияны үҫтереү буйынса комиссия, Башҡортостан Республикаһының IV саҡырылыш Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе була[3].
2020 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Миңлеғолов — РФ Президенты ҡарамағындағы АОН-ды һәм ГЛОНАСС НИТ-ын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия ағзаһы[15].
2024 йыл мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙең Дөйөм тәғәйенләнештәге авиация федерацияһы етәкселегенән тыш, Миңлеғолов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәтен үҫтереү буйынса советтың Мәғариф һәм фән, мәҙәниәт һәм туған телдәр, йәштәр һәм спорт сәйәсәте, тарихи хәтерҙе һаҡлау, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының хоҡуҡтарын һаҡлау һәм патриотик тәрбиә биреү буйынса комиссия составына инә[16].
Дөйөм тәғәйенләнештәге авиация федерацияһындағы эше
Файл:Минигулов Первый когресс АОН.jpg
Сергей Миңлеғолов беренсе Бөтә Рәсәй Дөйөм тәғәйенләнештәге авиация конгресындана
Дөйөм тәғәйенләнештәге авиацияла эшләгәндә, административ һәм осоу-инструктор эшмәкәрлегенән тыш, Сергей Миңлеғолов йыл һайын «Асыҡ күк» авиация слеттары ойоштора. 2013 йылдан алып улар Первушино аэродромы территорияһында үтә.
Шулай уҡ Первушино аэродромының «Көмөш ҡанаттар» пилотаж төркөмө менән етәкселек итә.
Был төркөмдә уның менән бергә ҡатыны Оксана Тимофеева ла оса[17].
2024 йылда Бөтә Рәсәй Дөйөм тәғәйенләнештәге авиация гидроавиаслетын ойошторорға ярҙам итә. Был сарала бер ваҡытта йыйылған гидросамолеттары иҫәбе буйынса Рәсәй рекорды ҡуйыла.
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Бөтә Рәсәй Дөйөм тәғәйенләнештәге авиация гидроавиаслеты
«Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» осошо
Беренсе тапҡыр «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы» осошо 2010 йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы хөрмәтенә ойошторола[1].
2017 йылда Миңлеғолов был осошто ДОСААФ-тың 90 йыллығы хөрмәтенә уҙғара һәм 1-7 майҙа республиканың ете районы һәм ҡалаһында саралар ойоштора[5].
Осоштар Первушино аэродром комплексы осоусылары тарафынан башҡарыла.
Файл:Золотое кольцо урала перелёт.jpg
«Уралдың алтын ҡулсаһы» осошо
«Уралдың алтын ҡулсаһы» осошо
«Уралдың алтын ҡулсаһы» агит-осошо 2023 йылда Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы ярҙамында ойошторола һәм Рәсәйҙә граждандар авиацияһының 100 йыллығына арнала[18][19].
Сараның идея авторы һәм етәксеһе — Сергей Миңлеғолов. Осошта Первушино аэродромы һәм «Өфө уҡыу үҙәге» осоусылары ҡатнаша[20].
Пилотаж төркөмө
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• «Сила России» миҙалы
• Рәсәй Федерацияһы Президентының грамотаһ
• Юрий Гагарин исемендәге миҙал
• Өфө ҡалаһы наградаһының «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн йәмәғәт таныуы» номинацияһы еңеүсеһе[23].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Әҙәбиәт
- В Чернов. BORN TO FLY HIGH // Советская авиация в годы Великой Отечественной войны: история в лицах. К 100-летию дважды Героя Советского Союза Мусы Гареева. Материалы Всероссийской научно-практической конференции. — Baskir State University, 2022. — DOI:DOI:10.33184/sagvov-2022-05-18.11.
Һылтанмалар
- Личный сайт Сергея Минигулова
- Видеоинтервью с Сергеем Минигуловым о малой авиации в Башкирии
- Страница аэродромного комплекса «Первушино» ВКонтакте
- Шарим Минигулов на сайте Ветеран Башкортостана
- Интервью Сергея Минигулова об авиации общего назначения
- Фильм телеканала «Вся Уфа» о Сергее Минигулове
- Эфир «Радио России — Башкортостан» с Сергеем Минигуловым
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Автономная некоммерческая организация “Уфимский учебно-методический центр малой авиации” Источник: Каталог НКО https://so-nko.ru/nko/8108. Каталог НКО (30 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ Минигулов Сергей Георгиевич — МАКШ. 30 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Контактная информация - Федерация авиации общего назначения России. flarf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ Интервью с генеральным директором, руководителем аэродромного комплекса «Первушино» Сергеем Минигуловым. ufa.bfm.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ 1 2 3 Сергей Минигулов: Человек, который знает свое предназначение, уже патриот. 30 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Авиасалон МАКС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ ВКонтакте | ВКонтакте. vk.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ 1 2 Наша команда - Аэродром Первушино. Уфа. 30 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Сергей Минигулов: "Сегодня АОН России держится исключительно на энтузиастах" // АвиаПорт.Новости. www.aviaport.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ В ДОСААФ Республики Башкортостан — новый руководитель. 30 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ В Башкортостане новый руководитель ДОСААФ | ДОСААФ России Республики Крым | Официальный сайт. www.dosaaf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ "УФА" :: Ежемесячный столичный журнал. journal-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ Главная - Сергей Минигулов (билдәһеҙ). Сергей Минигулов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ Главная - Сергей Минигулов (билдәһеҙ). Сергей Минигулов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ Клуб путешественников «БиблиоTravel» приглашает. bashnl.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ Совет при Главе Республики Башкортостан по правам человека и развитию институтов гражданского общества. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ 9 мая в небе над Уфой выступила пилотажная группа «Первушино». 30 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Агит-перелет «Золотое кольцо Урала» и День молодежи. 30 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Перелёт «Золотое кольцо Урала» при поддержке Министерства просвещения Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 июль 2024.
- ↑ Агит-перелет «Золотое кольцо Урала» и День молодежи. 30 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Романов, Ян. В Башкирии показали авиашоу в рамках Всероссийского слета любителей авиации (8 июль 2023). 30 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ Сергей Минигулов: «Ярославский аэродром Левцово – показательный центр сохранения истории авиации». 30 июль 2024 тикшерелгән.
- ↑ В Уфе наградили победителей и лауреатов XIV конкурса на соискание Общественной городской премии «Достояние столицы». 30 июль 2024 тикшерелгән.