Молодая гвардия (журнал)
«Молодая гвардия» — айлыҡ әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журнал. 1990 йылға тиклем ВЛКСМ Үҙәк Комитеты органы, һуңынан — үҙ аллы баҫма.
Журнал тарихы
1922 йылда Мәскәүҙә комсомолдың етәксе органы — РКСМ Үҙәк Комитеты тарафынан ойошторола[1]. Журналдың беренсе һаны 1922 йылдың 5 майында баҫыла. Шул уҡ йылда баҫма редакцияһы комсомол яҙыусыларының һәм шағирҙарының «Молодая гвардия» исемле әҙәби төркөмөн ойоштора[2]. 1942 йылдан журналды сығарыу туҡтатыла. 1948 йылда альманах формаһында тергеҙелә һәм уның 17 сығарылыш донъя күрә. 1956 йылдан — йәнә айлыҡ журнал.
1972 йылда баҫма Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[1].
2002 йылда «Молодая гвардия» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн һәм сыға башлауына 80 йыл тулыу айҡанлы Мәскәү ҡала думаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә[3].
Әлеге ваҡытта — «Журнал "Молодая гвардия"» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Сәйәси платформаһы
1970—1990 йылдарҙағы әҙәби дискуссия барышында баш мөхәррирҙәр А. Никонов һәм А. Иванов ваҡытында журнал дәүләт алып барған патриотик позицияны яҡлай[1]. Әлеге ваҡытта журнал рус әҙәбиәтенең классик, православ-патриотик традицияларын яҡлауын дауам итә.
Авторҙары
1965 йылда «Молодая гвардия» журналында Юлиан Семёновтың «Пароль не нужен» романы — Владимир-Исаев-Штирлиц тураһында циклдың баҫылған ваҡыты буйынса беренсе әҫәре, 1987 йылда — «Экспансия — III» романы — Штирлиц тураһында яҙған ваҡыты буйынса һуңғынан алдағы әҫәре баҫылып сыға [4].
1969 йылда Иван Антонович Ефремовтың «Час Быка» романының тулы варианты донъя күрә. 1980—1990 йылдарҙа журналда яҙыусылар Михаил Лобанов, Аполлон Кузьмин, Валентин Пикуль, Юрий Козлов, Хелью Ребане, шулай уҡ публицистар Анатолий Кузьмич, Геннадий Шиманов һәм башҡалар баҫыла.
Мөхәррирҙәре
• 1922—1924 йылдар — Леопольд Леонидович Авербах
• 1924—1926 йылдар — Фёдор Фёдорович Раскольников
• 1926—1928 йылдар — Сергей Иванович Гусев (ғәмәли мөхәррир — урынбаҫары Владимир Владимирович Ермилов)
• 1928—1929 йылдар — Тарас Костров (псевдоним; тулы исеме Александр Сергеевич Мартыно́вский)
• 1929—1930 йылдар — Борис Семёнович Ольховый
• 1931—1938 йылдар — Анна Александровна Караваева
• 1956—1957 йылдар — Александр Николаевич Макаров
• 1958—1960 йылдар — Илья Михайлович Котенко
• 1961—1962 йылдар — Андрей Сергеевич Пришвин
• 1962—1963 йылдар — Олег Павлович Смирнов
• 1963—1970 йылдар — Анатолий Васильевич Никонов
• 1970 — ? — Овчаренко Ф. Е.[5]
• 1972—1995 йылдар — Анатолий Степанович Иванов
• 1995—1999 йылдар — Александр Анатольевич Кротов
• 1999—2009 йылдар — Евгений Юрьевич Юшин
• 2009 йылдан — Валерий Васильевич Хатюшин.
Тиражы
• 1928 йыл — 6000
• 1936 йыл — 30 000
• 1958 йыл — 60 000
• 1975 йыл — 590 000
• 1983 йыл — 790 000
• 1986 йыл — 650 000
• 1991 йыл — 405 000
• 2010 йыл — 2500
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1972) [1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Татьяна Никольская. Журналу «Молодая гвардия» — 100 лет! | Дом писателей (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2023.
- ↑ Комсомольская и пионерская книга. Библиографический справочник издательства «Молодая Гвардия». — М.—Л.: Молодая Гвардия, 1926. — С. 311—315. — 366 с. — 3000 экз.
- ↑ Постановление Московской городской Думы от 16 октября 2002 года № 270 «О награждении Почётной грамотой Московской городской Думы открытого акционерного общества „Молодая гвардия“»
- ↑ ПРОБЛЕМЫ ИЗУЧЕНИЯ РОМАНА ЮЛИАНА СЕМЁНОВА «ПАРОЛЬ НЕ НУЖЕН»: К 55-ЛЕТИЮ ПЕРВОЙ ПУБЛИКАЦИИ. cyberleninka.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2023.
- ↑ Жертва противостояния Андропова Суслову / Кафедра, факультатив / Независимая газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2021. Архивировано 20 ноябрь 2021 года.
Һылтанмалар
- Молодая гвардия (журнал) // Краткая литературная энциклопедия / Гл. ред. А. А. Сурков. — М. : Советская энциклопедия, 1962—1978.