Морозова Татьяна Васильевна

Моро́зова Татья́на Васи́льевна (24 сентябрь 1983 йыл) — Рәсәй актрисаһы, «Comedy Woman» комедия шоуында ҡатнаша.

undefined

Биографияһы

Татьяна Васильевна Морозова 1983 йылдың 24 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа[2][3]. 180-се һәм 37-се мәктәптәрҙә уҡый[4]. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетына уҡырға инә[5].

Беренсе курста уҡығанда сәхнәгә сығып, факультеттар араһындағы "капустник"та ҡатнаша. Конкурс барышында уны иғтибарға алып, һуңынан университеттың КВН командаһына саҡыралар[5]. Өфөнөң «Настоящая сборная» һәм Минскиҙәың «Вдребезги» йыйылма командалары өсөн сығыш яһай. Силәбенең «Лица уральской национальности (ЛУНа)» командаһы өсөн сығыш яһап, ҙур популярлыҡ яулай. 2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, «рәсем, һыҙма һәм һыҙма геометрия уҡытыусыһы» һөнәренә эйә була[3].

2008 йылда Натальи Еприкян саҡырыуы буйынса ТНТ телеканалында «Comedy Woman» проектында ҡатнашана, бының өсөн Мәскәүгә күсенергә тура килә[5]. Уның шоуҙағы амплуаһы — «ябай урыҫ ҡатыны»[3][6]. 2012 йылдың көҙөнән 2013 йылдың яҙына тиклем һәм 2017 йылдың ҡышынан 2018 йылдың көҙөнә тиклем декрет ялында булып, проектта ҡатнашмай[7].

2019 йылдың апереленән Супер телеканалының «#Яжемать» проекты алып барыусыһы.

Ғаиләһе

2009 йылдың 17 июлендә бизнесмен Павел Титоровҡа кейәүгә сыға[5]. Тәүге ваҡытта иренең ата-әсәһендә Подольскиҙа йәшәйҙәр[8][9], әммә тиҙҙән үҙҙәренең фатирына күсенәләр[10].

2013 йылдың 19 февралендә ҡыҙҙары София тыуа[11][12][13]. 2018 йылдың 25 майында ул таба.

Фильмографияһы

Йыл Исеме Роль
2008 ф Очень русский детектив полиция шефы секретаршаһы
2009 с Универ эпизодик роль
2011 ф Правила маскарада Полина
2011 ф Самый лучший фильм 3-ДЭ Эпизод
2020 с Кошечки Собачки Нонна, Мия менән Дэндың әсәһе
2021 с Восьмеро в кубе и Кошечки Собачки Нонна, Мия менән Дэндың әсәһе
2021 ф Родные Антонина Михайловна

Иҫкәрмәләр

  1. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  2. Команда КВН "ЛУНА": Морозова Татьяна. luna.yezd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2014. Архивировано 4 март 2016 года.
  3. 1 2 3 Татьяна Морозова. vokrug.tv. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2014. Архивировано 9 сентябрь 2014 года.
  4. Мила Киян. Татьяна Морозова: Готовлю мужу завтрак, чтобы он не забывал: я нормальная женщина. Комсомольская правда (2014-19-03). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2014. Архивировано 28 апрель 2014 года.
  5. 1 2 3 4 Наталья Дьячкова. Почему Татьяна Морозова покинула «Comedy Woman». журнал «7 дней» (20 декабрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года.
  6. Татьяна Морозова: «Хочу научиться не обижаться по мелочам!» Комсомольская правда (3 апрель 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 сентябрь 2014. Архивировано 6 март 2016 года.
  7. Почему Татьяна Морозова покинула «Comedy Woman» — 7Дней.ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2014. Архивировано 3 сентябрь 2014 года.
  8. Михаил Рябиков. Татьяна Морозова с мужем провели выходной «в русском стиле». Комсомольская правда (12 сентябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2014. Архивировано 4 март 2016 года.
  9. Елена Щербина. Балуйте родителей мужа – вот секрет семейного счастья. журнал «Антенна-Телесемь». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2014. Архивировано 13 август 2014 года.
  10. Наталья Дьячкова. Татьяна Морозова из Comedy Woman: «В Новый, 2012 год под бой курантов я загадала малыша». журнал «7 дней». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2014. Архивировано 6 сентябрь 2014 года.
  11. У звезды Comedy Woman после родов испортился характер. журнал «StarHit» (9 ғинуар 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2014. Архивировано 13 июль 2014 года.
  12. Мила Киян. Уфимская участница «Comedy Woman» Татьяна Морозова родила дочку. Комсомольская правда (15 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2014. Архивировано 4 август 2016 года.
  13. Ольга Емельянова. В «Comedy Woman» прибавление! (6 март 2013). — «Экспресс газета». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2014. Архивировано 4 март 2016 года.

Һылтанмалар