Морозов Андрей Андреевич
Андрей Андреевич Морозов (рус. Морозов Андрей Андреевич; 1952 йылдың 2 июле, Өфө) — Рәсәй хужалыҡ һәм сәйәси эшмәкәре, инженер-металлург, бизнесмен. Бишенсе саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты (2007—2011). «Магнитогорск металлургия комбинаты» акционер йәмғиәте директорҙар советының элекке ағзаһы (1998—2007). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы (2001).
Биографияһы
Андрей Морозов 1952 йылдың 2 июлендә Өфөлә тыуған. 1974 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын «Металдарҙы баҫым менән эшкәртеү» белгеслеге буйынса тамамлаған[1].
ММК-ла эшмәкәрлеге
1974 йылда Магнитогорск металлургия комбинатында металл тапшырыу бридгадиры булып хеҙмәт юлын башлаған. Артабан смена начальнигы, 9-сы прокат станы һәм сорт прокат цехы начальнигы, комбинаттың баш прокатсыһы булып эшләгән[1].
1992 йылдан — генераль директор урынбаҫары, етештереү буйынса директор. 1993 йылдан — иҡтисад һәм финанстар буйынса директор вазифаһын башҡарыусы. 1994 йылдан — генераль директор урынбаҫары, Сауда йорто инвестициялар идаралығы етәксеһе. 1995 йылдан — маркетинг буйынса директор. 1997 йылдан — ММК генераль директоры В. Ф. Рашниковтың финанстар, иҡтисад, күсемһеҙ милек һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар буйынса беренсе урынбаҫары[1][2].
1993 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын «Етештереү менән идара итеүҙе ойоштороу» белгеслеге буйынса тамамлаған[1].
ММК директорҙар советы
1998 йылдың 22 майынан 2007 йылдың 14 декабренә тиклем ММК директорҙар советы ағзаһы, 2005—2007 йылдарҙа директорҙар советы рәйесе урынбаҫары[3][4].
Фәнни эшмәкәрлеге
1998 йылда Магнитогорск тау-металлургия академияһында «Сорт прокат етештереү технологияһын уның ҡулланыусы үҙенсәлектәрен күтәреү маҡсатында камиллаштырыу» темаһына техника фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаған (фәнни етәксеһе — В. Ф. Рашников)[5].
2001 йылда РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Халыҡ хужалығы академияһында «Ҡара металлургия предприятиеларының конкурентлыҡ өҫтөнлөктәрен формалаштырыу: „Магнитогорск металлургия комбинаты" ААЙ миҫалында» темаһына иҡтисад фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлаған[6].
Сәйәси эшмәкәрлеге
2000 йылда Силәбе өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышының өсөнсө саҡырылыш депутаты итеп һайланған, 2005 йылда дүртенсе саҡырылыш депутаты итеп ҡабат һайланған[7].
2007 йылдың 2 декабрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы тәҡдим иткән федераль исемлек составында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһының бишенсе саҡырылыш депутаты итеп һайланған. Сәнәғәт буйынса комитет ағзаһы булған[8].
2014—2015 йылдарҙа — Силәбе өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышының бишенсе саҡырылыш депутаты[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Андрей Андреевич Морозов. Верстов.Инфо. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026. Архивировано 8 июль 2017 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 Морозов Андрей Андреевич. Энциклопедия Урала. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
- ↑ Отчёт ММК за 2005 год. Магнитогорский металлургический комбинат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026. Архивировано 23 март 2012 года.
- ↑ Годовой отчёт ММК за 2007 год. Магнитогорский металлургический комбинат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026. Архивировано 5 март 2021 года.
- ↑ Морозов А. А. Совершенствование технологии производства сортового проката с целью повышения его потребительских свойств. eLibrary.ru (1998). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
- ↑ Морозов А. А. Формирование конкурентных преимуществ предприятий чёрной металлургии (на примере ОАО «Магнитогорский металлургический комбинат»). eLibrary.ru (2001). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
- ↑ 1 2 Список депутатов по созывам. Законодательное Собрание Челябинской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026. Архивировано 4 сентябрь 2018 года.
- ↑ http://duma.gov.ru/duma/deputies/5/
- ↑ Морозов Андрей. Forbes.ru (17 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026. Архивировано 8 февраль 2019 года.
- ↑ Шевченко У. Магнитогорец Андрей Морозов опередил Чубайса в списке богачей. Комсомольская правда (26 август 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
- ↑ Отдых ветеранов ММК. ТВ-ИН Магнитогорск. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июль 2026.
Һылтанмалар
- Морозов Андрей Андреевич — Энциклопедия Урала