Мюзикл

Мюзикл (ингл. Musical) — эстрада, хореографик, драматик, опера һ.б. төрлө сәнғәттең үҙенсәлектәрен берләштергән музыкаль сәхнәләштерелгән тамаша йәиһә нәфис фильм. Был жанрҙа комедия ғына түгел, драматик сюжет та бар. Музыкаль жанр буларак АҠШ-та 1920 һәм 1930 йылдарҙа барлыҡҡа килгән. Ул 19401960 йылдарҙа АҠШ-та үҫеш алған һәм 1960-сы йылдарҙа башҡа илдәрҙә киң таралған. Хәҙерге ваҡытта мюзиклды уйнаған музыкаль театрҙар рок музыкаһы, йыр һәм бейеү жанрҙарын үҙләштереп үҫә.