Мүҡәрәбүн
Мүҡәрәбүн (ғәр. الْمُقَرَّبُونَ — яҡынайтылғандар) йәки мәҡрибүн — ислам динендә юғары дәрәжәләге дүрт фәрештә: Ябраил (Гавриил), Микаил, Ғазраил һәм Исрафил. Улар башҡалар менән сағыштырғанда Аллаһҡа иң яҡын фәрештәләр булып тора.
Мүҡәрәбүн Ҡөрьәндең Ән-Ниса сүрәһендәге 172-се аятта телгә алына:
| Әл-Мәсих тә, Аллаға яҡынлаштырылған фәрештәләр ҙә Аллаға ҡол булыуҙан хурланмай! Әгәр берәү Уға ҡоллоҡ ҡылыуҙан хурланһа һәм тәкәбберләнһә, Ул уларҙы, ҡубарып, барыһын да Үҙ янына йыйыр. |
Ҡөрьән Ғайса пәйғәмбәрҙе лә «мүҡәрәбүн» (яҡынайтылғандар) иҫәбенә индерә. Был ҡайһы бер мосолман дин белгестәренә Ғайсаның тәбиғәте яртылаш фәрештә тип һөйләргә сәбәп була.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Ҡөрьән Кәрим — Д. Кинельский тәржемәһенән башҡортсаға Ф. Н. Байышев, Д. Д.Мәһәҙиев тарафынан әйләндерелгән
- Виды ангелов 2020 йылдың 27 июнь көнөндә архивланған. — "Ихляс"Фонды.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.