Мәктүб
Мәктүб (ғәр. مكتوب, «яҙмышҡа яҙылған»)[1] — ислам теологияһында һәм мистицизмында (айырыуса суфизмда) кешенең тормошонда булған ваҡиғаларҙың Аллаһ ихтыяры менән алдан уҡ Әл-Лаух әл-Мәхфүз тигән китапҡа яҙылып ҡуйылыуын аңлатҡан төшөнсә.
Ислам тәғлимәттәре буйынса, был донъяла барған һәр ваҡиға, һәр хәл — Аллаһ тарафынан алдан билдәле һәм яҙылған. Улар араһында һәр кешенең яҙмышы ла бар.
«Мәктүб» һүҙе исламдың алты иман нигеҙҙәренең береһе булған ҡәдәр — Аллаһ тарафынан алдан билдәләнгән төшөнсәһен символлаштыра. Ул йыш ҡына Аллаһ ихтыярына буйһоноуҙың билдәһе булған фраза рәүешендә ҡулланыла: «Был яҙылған», «Был яҙмыш».
Суфый традицияһында «мәктүб» һүҙен шулай уҡ остаздарҙың үҙ шәкерттәренә яҙған рухи хаттарына ҡарата ла ҡулланалар (мәҫәлән, Имам Раббаниҙың «Мәктүбәт» йыйынтығында).[2]
Билдәләмә
Исламда Аллаһ тәүҙә ҡәләм тип аталған яҙыу ҡоралын бар иткән һәм үҙе әйткәндәрҙе яҙырға бойороҡ биргән. Ул үҙе теләгәнде яҙҙыра — был яҙма Лаух әл-Мәхфүз тигән Китапта һаҡлана. Мәктүб — «китап» (كتب, яҙҙы) фағылының пассив формалағы һүҙе, йәғни «язылған», «яҙма».
Ҡөрьәндә ошо төшөнсә менән бәйле аяттар:
Был китапта шулай яҙылған булды!. (17:58)
Ҡәләмгә менән һәм улар яҙып торған нәмә менән ант итәм! (68:1)
Ер фөҙөндә һәм һеҙҙең күъелегеҙҙә һис бер бәлә-ҡаза Беҙ уны бар иткәнгә тиклем китапта яҙылмайынса булмай. Аллаға был, ысынлап та бик еңел. (57:22)
Алла теләгән нәмәне юя һәм нығыта, һәм Унда — китаптың әсәһе. (13:39)
Әйт: «Алла яҙғандан башҡа беҙгә бер нәмә лә килмәй, Алла беҙҙең һаҡлаусыбыҙ». (9:51)
Фәлсәфәүи һәм дини контекста
Ғәрәп телендә «мәктүб» һүҙе ك-ت-ب (к-т-б) тигән тамырҙан яһала, был тамыр яҙырға, яҙма менән бәйле мәғәнәләрҙе белдерә. Тәүҙә «мәктүб» хат, хәбәрнамә — кемгәлер яҙылған мөрәжәғәт тигәнде аңлатҡан. Был мәғәнә әле лә фарсы, төрөк, урду кеүек телдәрҙә һаҡлана.
Көндәлек телдә «мәктүб» йыш ҡына яҙмыш, Алла тарафынан алдан билдәләнгән хәл, тигәнде аңлата. Мәҫәлән, «Был яҙылған», «Шулай яҙмышҡа яҙылған» тигән фразаларҙа ҡулланыла.
Суфизмда һәм ислам фәлсәфәһендә «мәктүб» төшөнсәһе — донъя эштәренең алдан уҡ Аллаһ тарафынан яҙылған тигәнде аңлатыла. Был ҡарашта һәр хәл-ваҡиға Изге Китапта теркәлгән. Был фекер фатализм төшөнсәһенә яҡын, әммә суфизмда төп әһәмиәт — Алла ихтыярына риза булыу, рухи буйһоноуҙы аңлата. [3]
Мәҙәниәттә
Төрөк һәм фарсы телендәге эпистоляр традицияла «мәктүб» һүҙе йыш ҡына хат башында, айырыуса рәсми һәм рухи яҙмаларҙа (мәҫәлән, суфый шәйехтәренең үҙ мүриттәренә яҙған хаттарында) ҡулланылған.[4]
«Аравиянан Лоуренс» фильмында:
- Принц Фейсал: Гасим Ваҡыты тамамланды, Лоуренс. Шулай алдан билдәләнгән.
- Т. Э. Лоуренс: бер нәмә лә алдан билдәләнмәгән. (…)
- Шериф Али: Һин Акабаға барып етмәйһең, инглиз! Ҡайтығыҙ, көфөр һөйләүсе, Һин Акабаға барып етмәйһең!
- Т. Э. Лоуренс: Мин Акабала буласаҡмын. Бына был алдан билдәләнгән. (Үҙ башына күрһәтә). Бында алдан яҙылған.
Пауло Коэльо «Мәктүб» исемле йыйынтығында ошолай яҙа:
«„Мәктүб“ — „Был яҙылған“ тигәнде аңлата. Ғәрәптәр „Был яҙылған“ тип тәржемә итеүҙән ҡурҡа, сөнки Аллаһ яҙһа ла, Ул миһырбанлы, һәм бары беҙгә ярҙам итеү өсөн генә шулай яҙып ҡуя».
«Алхимик» романында ла «макту́б» төшөнсәһе яҙмыш, яҙылған хәл кеүек ҡабул ителә:
- — «Мәктүб», — тине гәлсәр һатыусы.
- — Нимә ул?
- — Ысынында аңлау өсөн ғәрәп булып тыуырға кәрәк, — тине ул. — Әммә яҡынса мәғәнәһе — «был яҙылған». …Тормош йылғаһын туҡтатып булмай.
Алан Сигер, шиғыры — Maktoob
Marcus Viana — Maktub исемле йыр.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Meet the Chief Yahoo! of the Arab World. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 5 ғинуар 2012 года.
- ↑ Али-заде А. А. Исламский энциклопедический словарь. — Ансар, 2007. — 400 с. — ISBN 5-98443-025-8.
- ↑ Dictionary of Modern Written Arabic (инг.). — Spoken Language Services, Inc, 1976. — ISBN 978-0879500034.
- ↑ «МУНША'АТ» КАК ИСТОРИЧЕСКИЙ ИСТОЧНИК. Библиотека древних рукописей.
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.