Мәнәйер
Мәнәйер (Оло Мәнәйер) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостандың Белорет районы Арышпар ауылының[1] биләмәләрендә аға. Йылға Инйәр йылғаһының һул ярына тамағынан 149 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 20 км. Һыу объекты системаһы: Инйәр → Эҫем → Ағиҙел → Кама → Волга → Каспий диңгеҙе
Этимологияһы
Этимологияһы буйынса аныҡ ҡына фекерҙәр юҡ. Арышпар ауылы ҡарттары һөйләүе буйынса, ҡасандыр завод төҙөүселәр ерҙе ялғанлап һатып алып, аҫаба ерҙәренән ҡыуылғас, халыҡ ер эҙләп китеп барған һәм ошо төбәккә килеп сыҡҡан. Йылғалы, асыҡ ҡына яландары, матур тауҙарын оҡшатып, ҡорҙоң аҡһаҡалы: "Бына ер!" - тип әйткән, имеш, ти (Инйәр-ҡатай һөйләшендә "мына ер!"). Шул һүҙҙән сығып, тауын да, йылғаһын да шулай атай башлағандар тип фараз итәләр.
Тәбиғәте
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Эҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612111100019577
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101957
- Бассейн коды — 10.01.02.006
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
- ↑ «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
- ↑ 1 2 РФ һыу реестры: Мәнәйер (Оло Мәнәйер).
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
- Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)