Мәскәү планетарийы
Мәскәү планетарийы— астрономияны популярлаштырыу өсөн ойошторолған махсуслаштырылған ғилми-мәғариф учреждениеһы[1], 1929 йылдың 5 ноябрендә асыла[2]. Мәскәүҙәге планетарий Рәсәй территорияһында беренсе планетарий һәм донъяла барлыҡҡа килгән ун өсөнсө планетарий була[3]. Планетарий бинаһы архитекторҙар М. И. Синявский һәм М. О. Барщ проекты буйынса төҙөлән[4]. 1994 йылда мәскәү планетарийы капиталь ремонтҡа ябыла һәм 2011 йылда реконструкциянан һуң үҙ эшен дауам итә[5][3].
Тарихы
СССР
Мәскәү планетарийының барлыҡҡа килеү тарихы 1927 йылда башлана, СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарамағындағы К.Маркс Һәм Ф. Энгельс Институтына нигеҙ һалыусы Һәм уның беренсе директоры һәм ГЛАВНАУКА РСФСР Халыҡ Мәғарифы Комиссары [6] Давид Рязановҡа[7] Мәскәүҙә ошондай махсуслаштырылған учреждение булдырыу идеяһы килә. Ул ваҡытта донъяла ун ике планетарий була, һәм шуларҙың уныһы Германия территорияһында эшләй. Мәҫәлән, 1927 йылдың уртаһында Мәскәүҙә планетарий төҙөү буйынса даими комиссия үҙ эшен башлай[6].
Планетарийҙың эше өсөн махсус ҡорамалдар талап ителә. Давид Рязанов Германияға китә, унда Карл Цейсс (нем. Carl Zeiss) менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеү төҙөй[8]. 1923 йылда был компанияның инженеры Вальтер Бауэрсфельд Йена киңлегендә һәм оҙонлоғонда уның һүрәтен проекциялауға мөмкинлек биргән донъялағы беренсе йондоҙло күк оптик-механик проекторын эшләй. Һуңыраҡ ул планетаның теләһә ҡайһы нөктәһенән йондоҙло күк йөҙөн күрһәтергә мөмкинлек биргән икенсе, камиллаштырылған модель төҙөй[9][10].
1928 йылдың яҙына СССР Сауҙа Вәкиллеге һәм Карл Цейсс фирмаһы планетарий проекция аппаратын поставкалау тураһында һуңғы килешеү төҙөй. Йондоҙло күк йөҙөн күрһәтеү өсөн экран булып хеҙмәт итерлек көмбәҙ төҙөү эшен «Диккерхоф» фирмаһы үҙенә ала[8].
1928 йылдың 9 мартында зоология паркына һәм элекке Вдовьев йорто биләмәһенә терәлеп торған территорияла планетарий төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Төҙөлөш эштәрен 1929 йылдың 1 октябренә тамамлау планлаштырыла. Планетарий төҙөүгә, ҡорамалдар һатып алыуға, астрономия музейын, китапхананы, киноаудиторияны, лаборатория биналарын һәм башҡа ихтыяждарҙы булдырыуға 250 мең һум аҡса бүленә. Мәскәү планетарийы бинаһын конструктивизм стилендә проектлау менән архитекторҙар Михаил Барщ Һәм Михаил Синявский шөғөлләнә[11][12].
1928 йылдың авгусында Константин Шистовский[8] планетарий директоры була, ә шул уҡ йылдың сентябрендә төҙөлөш башлана. 1929 йылдың башына «Планетарий» аппаратын монтажлау тамамлана, һәм 1929 йылдың 5 ноябрендә Мәскәү планетарийын асыу тантанаһы үтә. Планетарийҙа астрономия буйынса лекциялар үткәрелә башлай, темалар һаны яйлап арта. Беренсе йылда планетарийға 120 меңгә яҡын кеше килә, ә 1932 йылға был һан 660 меңгә тиклем арта. 1932 йылда «Планетарий» аппаратын ҡулланып беренсе уҡыу лекцияһы үткәрелә. Артабан планетарийҙың ҡорамалдары даими камиллаштырыла, демонстрациялар һәм лекциялар өсөн яңы мөмкинлектәр өҫтәлә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда планетарий ваҡытлыса эшен туҡтата, әммә һуңынан хәрбиҙәр өсөн лекциялар үткәрелә[13].
1950 йылда планетарийҙың агитация автобусы эшләй башлай, ул Мәскәүҙең һәм өлкәнең төрлө райондарында сығыштар һәм демонстрациялар ойоштора. 1954 йылдан планетарийҙа «Планета художество театры» сығыштары үтә башлай. Артабанғы йылдарҙа планетарий үҫешен һәм камиллашыуын дауам итә, буласаҡ космонавтар менән шөғөлләнеү һәм ғалимдарҙың даими сығыштары кеүек эштең яңы аспекттары өҫтәлә. 1977 йылда бында донъяла беренсе булып электрон идара итеүсе «Планетарий» аппараты барлыҡҡа килә, был демонстрациялар мөмкинлектәрен киңәйтә. Артабанғы йылдарҙа планетарий килеүселәрҙе йәлеп итеүен дауам итә, һәм 1970 йылдарҙа уның килеүе йылына 800 меңдән 1 миллионға тиклем кешегә етә[14].
Рәсәй
1994 йылда Мәскәү планетарийы капиталь ремонтҡа ябыла. 1996 йылда планетарийҙы комплекслы реставрациялау һәм реконструкциялау проекты башлана. Реконструкция барышында тарихи бина 6 метрға күтәрелә һәм уның майҙанын 3 000 м²-ҙан 12 000 м²-ға тиклем киңәйтелә[15]. Реконструкция ваҡытында «Лунариум» музейы асыла[16], шулай уҡ «Күк паркы» астрономия майҙансығы проекты эшләнә һәм тормошҡа ашырыла, унда күк объекттарын күҙәтеү өсөн төрлө экспонаттар һәм приборҙар ҡуйыла. Күҙәтеү эштәре менән Станислав Широков етәкселек итә. Майҙансыҡта күк есемдәрен күҙәтеү һәм уларҙы өйрәнеү өсөн приборҙар һәм инструменттар ҡуйылған. Астрономик майҙансыҡ тематик бүлектәргә бүленә: ҡояш сәғәте, классик астрономия, телескопик астрономия, палеоастрономия, энергия генерациялауҙың альтернатив сығанаҡтары.
Кесе обсерватория көмбәҙенең диаметры 5 метр. Унда Ричи Кретьен системаһының телескоп-рефлекторы ҡуйылған. Уның алыҫтан инеү һәм тикшеренеү һөҙөмтәләрен артабан эшкәртеү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдары бар. Шулай уҡ Ҡояш һүрәттәрен алыу өсөн махсус ҡояш телескобы ла ҡуйылған.
Планетарий реконструкциянан һуң 2011 йылдың 12 июнендә асыла. Артабанғы йылдарҙа планетарий үҙенең инновацион эше өсөн наградалар һәм танылыуҙар ала һәм популяр урынға әйләнә. Уның составына «Урания музейы», «Ғалим трибунаһы»[17] лекциялар циклы, 4-D кинотеатр һәм башҡа аттракциялар инә.
Планетарийҙың Астрономия сайты 2012 йылдың иъ яҡшы сайты тип билдәләнде. Яңыртылған планетарийҙа астрономия түңәреге эшләй башланы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Рублева, 2019, с. 9
- ↑ Рублева, 2019, с. 18
- ↑ 1 2 Десять самых-самых планетариев мира. Риа новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2023.
- ↑ Дашкова, Евдакова, Кузнецов, Пашковец, 2019, с. 925
- ↑ Рублева, 2019, с. 72
- ↑ 1 2 Рублева, 2019, с. 12
- ↑ Давид Борисович Рязанов. Центр социально-политической истории — филиал Государственной публичной исторической библиотеки России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 октябрь 2023.
- ↑ 1 2 3 Рублева, 2019, с. 13
- ↑ 90 лет Московскому Планетарию: интервью с Фаиной Борисовной Рублевой, научным директором Московского Планетария. zeiss-solutions.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2023.
- ↑ Звёздное небо планетария - уникальное изобретение человечества. Московский планетарий (20 август 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 октябрь 2023.
- ↑ Рублева, 2019, с. 15
- ↑ Анисимов, 2011, с. 53
- ↑ Рублева, 2019, с. 20
- ↑ Рублева, 2019, с. 54
- ↑ Рублева, 2019, с. 69
- ↑ Лунариум. Московский зоопарк. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2023.
- ↑ Трибуна учёного. Московский планетарий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2023.
Әҙәбиәт
- Рублева Ф.Б. Московский звёздный дом. — М.: ПФОП, 2019. — С. 192. — ISBN 978-5-7151-0497-7.
- Рублёва Ф.Б. Наука на колёсах. Агитавтобус Московского планетария (русский) // Земля и Вселенная. — 2019. — № 5. — С. 41—45. — ISSN 2218-8762.
- А.В. Анисимов. Московский планетарий. Реконструкция 2002-2011 годов (русский) // Academia. Архитектура и строительство. — 2011. — С. 52—60.
- Дашкова Д. В., Евдакова О. С., Кузнецов А. В., Пашковец В. М. Экскурсионный маршрут «По следам космических открытий» (русский) // Актуальные проблемы авиации и космонавтики. — 2019. — С. 924—926.