Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы
Биографияһы
Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы 1952 йылдың 8 августында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Бурлы ауылында тыуған, урындағы урта мәҡтәптән һуң 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1972—1976 йылдарҙа Әбйәлил районының Байым урта мәктәбендә эшләй.
1976 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында (БНИИСХ) эшләй. 1999 йылда өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 2012 йылдан лаборатирия мөдире вазифаларын башҡара.
2006 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетында «ауыл хужалығы фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[1]. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡортостандың Урал алды далаларында минераль ашламалар тәьҫирендә ҡарабойҙай һәм тары культураларын формалаштырыуға арналған.
Ғилми эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге ярма культуралары селекцияһына арналған. Мәғәфүрова тарафынан ҡарабойҙайҙың Агидель, Башкирская красностебельная, Илишевская, Инзерская, Светлана, Уфимская сорттары сығарыла, Башҡортостанда ярма культураларын үҫтереү буйынса тәҡдимдәр яһала.
Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.