Мәҡсүтов Зиләүер Хәйҙәр улы

Мәҡсүтов Зиләүер Хәйҙәр улы (18 ғинуар 1955 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Зоотехник. Ауырғазы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2003)[1][2].

Тормош юлы

Мәҡсүтов 1955 йылдың 18 ғинуарында Ауырғазы районы Семёнкин (Сәмән) ауылында донъяға килгән. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлай.

З.Х. Мәҡсүтов 1972 йылда Ворошилов исемендәге колхозда эшләй башлай.

1972-1977 йылдарҙа Башҡорт ауыл хужалығы институтында уҡый. Ворошилов исемендәге колхозға зоотехник булып ҡайта. 1984 йылдан — алыштырғыһыҙ колхоз рәйесе. Хәҙер хужалыҡтың атамаһы — «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы.

Бында игенселек һәм малсылыҡ буйынса район һәм республика семинарҙары үткәрелә, унда инновацион энергияны һаҡлау технологиялары һәм спутник навигацияһы системаһы менән йыһазландырылған заманса ауыл хужалығы техникаһы күрһәтелә[3].

Хеҙмәт ҡаҙаныштары

«Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы хеҙмәтсәндәрҙең төп эшмәкәрлек төрҙәре:

• Бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культуралар үҫтереү;

• Профилирланғандан тыш, ҡалынлығы 6 мм-ҙан артыҡ булмаған бысылған таҡта, башҡа төҙөлөш материалдарын етештереү; май һеңдерелмәгән ағастан тимер юл һәм трамвай шпалдарын етештереү;

• Таҙартылмаған үҫемлек майын етештереү;

Зиләүер Мәҡсүтов биш тиҫтә йыл самаһы ауыл хужалығы тармағында эшләй. Ауырғазы районының «Дуҫлыҡ» СПК-һында хужалығында иген культураларының иң яҡшы элиталы орлоҡтары үҫтерелә. Арпаның һәм бойҙайҙың иң яҡшы сорттарын үҫтереп, мул уңыш алалар бында. 2018 йылғы уңыш бер гектарҙан 34 центнер тәшкил итә.[4].

Игенселектәге уңыштар малсылыҡты үҫтереү өсөн нигеҙ булып тора. Кооператив эре мөгөҙлө малдарҙың симменталь тоҡомон үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ репродукторы. Предприятие малсылыҡта иҫәпте автоматлаштыра: мал һанын чиплау үткәрелә, «СЕЛЭКС» тоҡомсолоҡ иҫәбен алыу компьютер системаһы индерелгән[5].

Зиләүер Хәйҙәр улы Мәҡсүтов биш тиҫтә йылға яҡын ауыл хужалығына тоғро булып ҡалған оҫта етәкселәрҙең береһе. Сәмән ауылы биләмәһенә ингән ауылдарҙа (Сәмән, Асаубаш, Түбәнге Бәғәнәш, Үрге Бәғәнәш, Таллыҡ, Кузьминовка, Шланлы, Шеверле (Үрге Түрһәгәҙе, Шишмә) колхоз төҙөлөшөн һаҡлап ҡалған белгес.

Шулай уҡ Зиләүер Хәйҙәр улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙә лә әүҙем[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Ғаиләһе

Зиләүер Хәйҙәр улы ҡатыны Әлфиә Зөфәр ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙе.

Сығанаҡтар

  • Ырҙында эштәр гөрләй. Башҡортостан. 85-се һаны, 2018 йыл, 25 июль.