Мөжәүиров Борис Франц улы

Мөжәүиров Борис Франц улы (16 февраль 1969 йыл) — таможня хеҙмәте полковнигы.

undefined

Биографияһы

Борис Франц улы Мөжәүиров 1969 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Яҙғыйорт ауылында тыуа. Әлкә урта мәктәбен таммалағандан һуң (1986), әрме сафында хеҙмәт итә. Тыуған илгә алдындағы бурысын үтәгәндән һуң, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеп, уны 1993 йылда тамамлай.

1991 йылдан Әлкә урта мәктәбендә география һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре предметтарын уҡыта. 1993 йылдан Салауат районы эске эштәр бүлегендә эшләй.

1995-2003 йылдарҙа Һалым полицияһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығын физик һаҡлау хеҙмәтене начальнигы.

2001 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.

2003 - 2005 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының наркотиктар әйләнеше буйынса контроль федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының бүлек начальнигы.

2005-2013 йылдарҙа Башҡортостан таможняһында бүлек начальнигы.

2013—2017 йылдарҙа Санкт-Петербургтың Пулково таможняһы көс тәьминәте бүлеге начальнигы, Пулково таможня начальнигынын урынбаҫары[1].

2018 йылдан Өфө ҡалаһында «Роснефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең объекттарын һаҡлау бүлеге начальнигы.

2023 йылдан Башҡортостан Республикаһы буйынса ирекмәндәр батальондарын ойоштороу буйынса штаб начальнигы урынбаҫары[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • III дәрәжә «Таможня органдарындағы хеҙмәте өсөн» миҙалы (2010)
  • II дәрәжә «Таможня органдарындағы хеҙмәте өсөн» миҙалы (2013)
  • I дәрәжә «Таможня органдарындағы хеҙмәте өсөн» миҙалы (2017)
  • «Таможня хеҙмәте отличнигы» билдәһе (2013)
  • "Почетная Грамота" Государственное Собрание Курултай Республики Башкортостан (2023)
  • "Благодарственное Письмо" Министерство Промышленности по Нижегородской Области (2024)
  • Медаль " За Ратную Доблесть" (2025)

Һылтанмалар