Мөхәметдинов Радил Ҡыяметдин улы
| Викидата элементы тултырылмаған |
Мөхәметдинов Радил Ҡыяметдин улы (рус. Мухаметдинов Радил Кияметдинович) (2 май 1936 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1987 йылдан Башҡорт АССР-ының дәүләт агропромы рәйесе урынбаҫары — БАССР министры, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ер рефоромаһы һәм ер ресурстары комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты.
Биографияһы
Мөхәметдинов Радил Ҡыяметдин улы 1936 йылдың 2 майында Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1959 йылда Ҡыйғы районы «Победа» колхозында баш агроном булып башлай. 1960 йылда Ҡыйғы комсомолының райкомына секретарь итеп һайлана. 1962—1965 йылдарҙа Ҡыйғы районы М. Ғафури исемендәге колхоз рәйесе. 1965—1987 йылдарҙа Ҡыйғы райкомында икенсе секретарь, КПСС-тың Салауат, Тәтешле райкомында беренсе секретары.
1987 йылдан Башҡорт АССР-ының дәүләт агропромы рәйесе урынбаҫары — БАССР министры. 1990 йылдан аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы министры урынбаҫары. 1991 йылдан [1] Шишмә районы, 272-се Арыҫлан һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ер рефоромаһы һәм ер ресурстары комиссияһы ағзаһы. [2]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104