Мөхәмәтйәнов Азат Мөнир улы

Мөхәмәтйәнов Азат Мөнир улы (1 август 1957 йыл) — табиб, медицина фәндәре докторы[1]. Доцент. Республики клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы (2021 йылдан)[2][3]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Рәсәй Федерацияһы Президентының, Башҡортостан Республикаһының Почёт грамоталары менән бүләкләнгән. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[4][5]. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2025).

undefined

Биографияһы

Азат Мөнир улы Мөхәмәтйәнов 1957 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй районының Сағанлы ауылында тыуа.

Хеҙмәт юлын Бәләбәй санэпидстанцияһының санитар табибы ярҙамсыһы булып башлай (1977). 1978—1980 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1980—1987 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. Артабан 1998 йылға тиклем Свердловск өлкәһендә «Кристалл» өлкә туберкулез дауаханаһында баш табиб булып эшләй. Бер үк ваҡытта Урал дәүләт юридик академияһында юрист һөнәренә уҡый (1994). Һуңынан Башҡортостанға ҡайта һәм 2000 йылғаса Тиҙ ярҙам станцияһының Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ашығыс медициша ярҙамы ҡала үҙәгендә дежур табип, табип-методист була. Бер йыл Приютово туберкулез дауаханаһында табиб булып эшләгәндән һуң, «Реабилитация һәм профилактика комплексы» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең «Здоровье» шифахана-профилакторийында баш табиб вазифаһына тәғәйенләнә (2007 йылға тиклем). 2008—2015 йылдарҙа — Өфө ҡалаһының 18-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы. Артабан 2020 йылғаса 17-се ҡала клиник балалар дауаханаһы баш табибы, 2021 йылғаса Хужалыҡ иҫәбендәге поликлиниканың баш табибы була[6][7]. 2021 йылдан — Республика клиник йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының баш табибы[4][5].

Ғилми эшмәкәрлеге

Төрлө баҫмаларҙа 120-нән ашыу хеҙмәт баҫтыра[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш эпидемиологы[4].

Ғаиләһе

Тормош иптәше менәән бер ҡыҙ үҫтерә[4].

= Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Салауат Юлаев ордены (2025)[8]. • Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы[9] (2021)
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы
• Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
• Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы
• Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почёт грамотаһы
• «Ватан һаулыҡ һағы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы[4][5].

Һылтанмалар