Мөхәмәтйәнов Әсфән Хөрмәт улы

Мөхәмәтйәнов Әсфән Хөрмәт улы (15 март 1937 йыл) — нефть һәм газ сығарыу объектарын төҙөү тармағы ветераны. 1963—1991 йылдарҙа «Главтюменнефтегазстрой» тресының баш технологы, махсус һәм субподряд эштәре идаралығының начальник урынбаҫары һәм начальнигы, трест начальнигының производство буйынса урынбаҫары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Биографияһы

Әсфән Хөрмәт улы Мөхәмәтйәнов 1937 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында тыуған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены

Иҫкәрмәләр