Мөхәмәтшин Сабир Әхмәтша улы
Мөхәмәтшин Сабир Әхмәтша улы (30 июндә (13 июлдә) 1901 — 10 ғинуар 1981) — педагог һәм журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.
Биографияһы
Мөхәмәтшин Сабир Әхмәтша улы 1901 йылдың 30 июнендә (13 июлендә) Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Ключи ауылында тыуған. Милләте башҡорт[1].
Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша: 1918—1919 йылдарҙа Этҡол ауылында партизандар хәрәкәтендә ҡатнаша, ә 1919—1922 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.
1925 йылда Урал өлкә политехникумының татар-башҡорт бүлеген тамамлаған. Этҡол ауылында уҡытыусы, мәктәп мөдире булып эшләй. «Һуғышсан аллаһыҙҙар союзы» ағзаһы була.
1929 йылдан Свердловск ҡалаһында ете йыллыҡ мәктәп мөдире, 1931 йылдың сентябренән Красноуфимск районы Барда ауылында сыҡҡан «Голос колхозника» («Колхоз юлы») гәзите мөхәрриренең урынбаҫары була[2].
1933 йылдан Этҡол ауылында мәктәп директоры, тарих һәм башҡорт теле уҡытыусыһы вазифаларында эшләй.
1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Бер нисә тапҡыр ҡаты яралана.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Этҡол ауылында мәктәбендә башҡорт теле һәм биология фәндәренән уҡыта. Штаттан тыш хәбәрсе булараҡ «Уфалейский рабочий» гәзите менән хеҙмәттәшлек итә.
1981 йылдың 10 ғинуарында Үрге Өпәйле ҡалаһында вафат була.
Наградалары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)[3]
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1946)
- «Белгородты азат итеү» билдәһе (1949) һәм башҡалар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мухамедшин Сабир Ахмедшинович/Опись личных дел по учету кадров Уральского (Свердловского) Обкома ВКП(б) за 1918—1938 гг. (6941 дело)
- ↑ Мухамедшин Сабир Ахмедшинович // Челябинская область : энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарев. — Челябинск: Камен. пояс, 2008.
- ↑ Память Народа. Документы о награждении Мухамедшина Сабира Ахметшиновича(недоступная ссылка)