Нагаев Ринат Йәүҙәт улы

Нагаев Ринат Йәүҙәт улы (20 сентябрь 1968 йыл) — табип-педиатр, медицина фәндәре докторы. Сибай ҡалаһы балалар (2000—2002), үҙәк (2005—2007), Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник (2007—2019), Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһы (2019—2023) баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2015). Башҡортостан Республикаһының 4-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2008 йылдан)[1][2].

undefined

Биографияһы

Ринат Йәүҙәт улы Нагаев 1968 йылдың 20 сентябрендә Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында тыуа. Юғары белемде Өфө ҡалалһында ала — 1991 йылда ВЛКСМ-дың 15 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1989 йылда Тиҙ медицина ярҙамы станцияһында саҡырыуҙар буйынса йөрөгән бригада фельдшеры булып башлай. Юғары белем алғандан һуң эшен Башҡортостан еҙ-көкөрт комбинаты медик-санитар часына ҡараған Сибай ҡала үҙәк дауаханаһында табип-интерн булып дауам итә. 1992 йылда шул уҡ дауаханала участка табип-педиатры, 1993—1996 йылдарҙа — балалар психоневрологы була. Артабан ике йыл Сибай ҡалаһының балалар дауаханаһы баш табибы булып эшләгәндән һуң, ҡабат Сибай ҡала үҙәк дауаханаһына ҡайта һәм балалыҡ буйынса баш табип урынбаҫары вазифаһын биләй.

2000 йылда Сибай ҡалаһының балалар дауаханаһы баш табибы итеп тәғәйенләнә. 2002 йылдан Республика Мотлаҡ медицина страховкалауы фондының Сибай филиалы директоры булып эшләй, 2005 йылдан ойошманың Өфө ҡалаһындағы Үҙәк филиалына директор булып күсә. 2005 йылда ҡабат Сибай ҡалаһына әйләнеп ҡайта һәм Ҡаланың үҙәк дауаханаһында баш табип булып эшләй башлай. 2007 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табибы итеп тәғәйенләнә. 2019 йылдан — Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһы табибы[2].

2013 йылдан 2023 йылға тиклем Башҡорт дәүләт медицина университетының Йәмғиәт сәләмәтлеге һәм һаулаҡ һаҡлауҙы ойоштороу кафедраһы мөдире булып та эшләй[3].

2008 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының 4-6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты була, 2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе урынбаҫары[1].

Ғаиләһе

Өйләнгән, ике ул атаһы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• «Хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өсөн» миҙалы (2024)[4]
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2015)
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2008)
• Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының Почет грамотаһы (2010)
• «2007 йылдың иң яҡшы табибы» республика конкурсы еңеүсеһе (2007)[5]
• Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004)[1][2].

Тема буйынса өҫтәмә