На Западном фронте без перемен (фильм, 2022)

«На За́падном фро́нте без переме́н» (башҡ. Көнбайыш фронтта үҙгәрештәрһеҙ; нем. Im Westen nichts Neues) — Э. М. Ремарктың шул уҡ исемдәге романы буйынса режиссёр Эдвард Бергер тарафынан 2022 йылда төшөрөлгән немец фильмы.

Ул «Оскар» кинопремияһын тапшырыу тантанаһында Германияның иң уңышлы фильмы тип билдәләнә. 2023 йылда фильм, «Иң яҡшы фильм» (был номинацияла тәүге немец фильмы) номинацияһын да индереп, туғыҙ номинацияға дәғүә итә. Һөҙөмтәлә хәрби драма дүрт премияға лайыҡ була. Бер юлы дүрт «Оскар» премияһын яулаусы инглиз телле булмаған дүрт фильмдың береһе.

Сюжеты

Беренсе донъя һуғышы. Немец пропагандаһы һәм уҡытыусылары Кантореканың телмәре менән илһамланған 17 йәшлек Пауль һм уның синыфташтары Альберт, Франц, Людвиг ата-әсәләренең рөхсәте менән тыуыу тураһында таныҡлыҡтарын үҙгәртеп, фронтҡа китә.

Һуғыш ысынбарлығы улар күҙаллағанса булмай. Егеттәргә яңы форма урынына үлгән һалдаттарҙан систереп алынған, тотонолған форма бирәләр. Уларҙың күҙ алдында кешеләр тиҫтәләп һәләк була. Алғы һыҙыҡта беренсе төндә үк Паулдең синыфташы Людвиг Бём үлә. Ла-Мальмезондағы Көнбайыш фронтта кисәге мәктәп уҡыусылары йөҙҙәрсә үлем менән күҙгә-күҙ осраша.

Бер ваҡыт полк алтмыш һалдат менән тулыланырға тейеш була, ләкин улар тейешле ваҡытҡа килмәй. Пауль һәм уның дуҫтары Ката — Станислав Катчинский — етәкселегендә һалдаттарҙы эҙләп китә. Пауль ташландыҡ келәтте тикшереп йөрөгәндә уның бер бүлегендә йәш егеттәрҙең мәйетен таба — улар барыһы ла газ менән ағыуланған була.

Ә был ваҡытта, фронт һыҙығы артында, немец статс-секретары, Матиас Эрцбергер, армияның юғалтыуҙарынан арып, шулай уҡ үҙенең улын юғалтып, союздаштар менән килешеү тураһында һөйләшеүҙәрҙе башларға күндереү өсөн, Германия юғары командованиеһы менән осраша. Фридрихс үҙе һөйләшеүҙәргә ҡаршы була, сөнки һуғыш уның өсөн — үҙеңде күрһәтеү һәм наградалар алыу мөмкинлеге булып тора. Ҡул аҫтындағылары менән әңгәмәләшкәндә ул һуңлап тыуғанлығы, Беренсе донъя һуғышына тиклем алыштар булмауын, ә хәрби һуғышһыҙ тора алмауы тураһында фекер йөрөтә. Фридрихс француздарҙың ярҙамы килгәнгә тиклем һөжүмгә барырға бойора. Был кистә Эрцбергер делегацияһы Компьен урманына килә, ә Паулдең полкын француздарҙың һөжүменә әҙерләнеү өсөн фронтҡа ебәрәләр.

Һөйләшеүҙәрҙә Матиас Эрцбергер утты туҡтатыуҙы һорай. Фердинанд Фош уйлау өсөн немецтарға 72 сәғәт бирә. Ошо ваҡыт эсендә француздарҙың шарттарын бер һүҙһеҙ ҡабул итергә кәрәк, йәиһә һуғыш дауам итәсәк. Бер аҙҙан Эрцбергер кайзер Вильгельм II тәхетенән баш тартыуын ишетә, ә һуңынан фельдмаршал Пауля фон Гинденбургтан француздарҙың шартын ҡабул итергә бойороҡ ала.

Был ваҡытта немецтар фронтта ҡул һуғышында француздарҙың оборона һыҙығын яулай. Дошман ауыр техника ҡулланып, ҡарыша. немецтар сигенергә мәжбүр була. Альберт ҡамауҙа ҡала. Ул мәрхәмәт һорап, әсирлеккә төшөргә тырыша, әммә лошман уны яндыра. Пауль дуҫына бер нисек тә ярҙам итә алмай — Альберт уның күҙ алдында һәләк була. Һуғыш дауам итә. Пуляларҙан ҡасып, Пауль соҡорға ырғый һәм үлгәнгә һалыша. Күпмелер ваҡыттан һуң был соҡорға француз һалдаты ла килеп төшә. Ул иҫенә килеп тә өлгөрмәй, Боймер уға бысаҡ ҡаҙап, үлемесле яралай. Пауль һалдаттың үлемен күрә лә, ишетә лә алмай. Ул һалдаттың шымыуын үтенә. Һуңынан эргәһенә килеп, һыу бирә, яраларын бәйләргә тырыша. Француз үлә. Пауль уның кеҫәһенән хат һәм ҡыҙы менән ҡатынының фотоһын ала. Немец күҙ йәштәрен тыя алмай, ғазаплана һәм үлгән Жерар Дювалдән ғәфү үтенә.

Үҙ часына ҡайтҡас, Пауль яралы Тьяденды осрата. Хеҙмәттәштәре һуғыштың тиҙерәк тамамланыуын байрам итә. Улар ашнаҡсынан өйрәгә өҫтәмә һорай. Ашнаҡсы уны тере ҡалған 80 һалдатҡа ғына түгел, ә 150 һалдат өсөн әҙерләгәненә һылтанып, бирергә теләмәй. Пауль менән Кат Тьяденға ашарға килтерә. Ул, етди яра алыуына көйәләнеп, артерияһына сәнске менән сәнсеп үлә.

Иртәгәһенә Эрцбергер делегацияһы иртәнге 11-ҙә көсөнә инергә тейешле тыныслыҡ килешеүе төҙөй. Фронтта был турала белмәйҙәр. Әммә Кат, тыңлап тора ла, килешеү төҙөлгән, тип һығымта яһай: «Шундай тынлыҡ. Әйтерһең, мин һаңғыраумын. Павел, имза ҡуйҙылар. Һуғыш тамамланды. Тамамланды!». Бәхетле Пауль менән Кат ҡаҙ урлау маҡсатынан фермаға бара. Юл буйы улар һуғыштан һуң нимә булыры тураһында хыяллана. Пауль үҙенә киләсәк алдында ҡурҡыныс булыун таный. Фермер улы Паулдең ҡаҙ урлағанын күреп ҡала. Немец ҡаҙҙы урлап ҡаса, тик малай уларҙы часҡа ҡайтырға йыйынғанда ҡыуып тотоп, Каттың эсен йәрәхәтләй. Пауль дуҫын йөкмәп алып ҡайта. Санчаста Каттың вафат булыуын белдерәләр: «Зря старался. Он мёртв. Кровь чёрная, попали прямо в печень. Ему не повезло, в самом конце-то!»

Фридрихс һуғышты Германияның еңеүе менән тамамларға теләй һәм 10 сәғәт 45 минутта һөжүмгә барырға бойора. Немецтар еңеү байрам иткән француздарға штыҡтар менән ташлана. Өмөтһөҙлөккә бирелгән Пауль бик күп француз һалдатын үлтерә, әммә үҙе лә 11 тулырға бер нисә секунд ҡалғас, арҡаһына штык ҡаҙауҙан үлемесле яралана. Үлеп барғанда ул бойороҡ ишетә: «Прекратить огонь! Уже 11 утра! Не стрелять!». Пауль һуғышта ҡотҡарған йәш немец һалдаты, үлгәндәрҙең медальонын йыйып йөрөгәндә, Паулдең бысраҡ менән ҡапланған мәйетен таба.

Ролдәрҙә

  • Феликс Каммерер — Пауль Боймер
  • Даниэль Брюль — Маттиас Эрцбергер
  • Аарон Хильмер — Альберт Кропп
  • Альбрехт Шух — Станислаус Катчинский «Кат»
  • Эдин Хасанович — Тьяден
  • Девид Штрисов — генерал Фридрих
  • Себастьян Хюльк — майор фон Бриксдорф

Фильмды етештереү

Netflix заказы буйынса немец телендә Studio Amusement Park студияһында төшөрөлгән немец телендәге фильмы нигеҙендә Эрих Мария Ремарктың «На Западном фронте без перемен» романы ята[11][12]. Китап 1933 йылда нацистар тарафынан тыйыла һәм «һатлыҡ» булғаны, һуғышты ҡаһарманлыҡ итеп һүрәтләмәгән өсөн яндырыла[13]. Был ваҡытҡа немец яҙыусыһы Швейцарияға эмиграцияланған була[14].

Фильмдың режиссеры — Эдвард Бергер. Лесли Патерсон һәм Ян Стокелл менән бергә ул шулай уҡ картина сценарийын да яҙа. Был — романдың 1930 һәм 1979 йылдарҙан һуң өсөнсө тапҡыр экранлаштырылыуы. Бергерға немец күҙлегенән ҡараш мөһим була: «Беҙҙең һуғышҡа ҡараш ҡайғы һәм оят, бушлыҡ һәм ғәйеп менән ҡылыҡһырлана. Бер ыңғай нәмә ҡалманы, бер тамсы ҡаһарманлыҡ юҡ. Минең өсөн тарихты, үткәнебеҙҙе һәм һуғышҡа мөнәсәбәтебеҙҙе фильмдың төп темаһы итеп күрһәтеүе ҙур проблема булды»[15].

Фильм 2021 йылдың 9 мартынан 24 майына тиклем 52 көн төшөрөлә. Күренештәрҙең ҙур өлөшө Чехияла төшөрөл![16][17], унда киң траншеялар һәм казармалар менән ҙур майҙандар эшләнә[18]. Прагала эш Barrandov Studios-та, ҡаланың төрлө өлөшөндә, шулай уҡ уның ситендә бара[19]. Фильмдың бюджеты 20 млн АҠШ доллары тәшкил итә[20][21].

Премьераһы

Фильмдың беренсе трейлеры 2022 йылдың сентябрь башында күрһәтелә[22]. 12 сентябрҙә Торонто Халыҡ-ара кинофестиваленә сығарыла[20]. Европала Бергерҙың режиссер эше беренсе тапҡыр сентябрь һуңында Цюрих кинофестивалендә гала-премьера рәүешендә күрһәтелә[23]. Немецкая премьера состоялась 27 сентября 2022 года в Berlin Kino International[24]. башҡа тамашасылар картинаны 2022 йылдың октябренән немец кинотетарҙарында ҡарай ала[25].

Донъя премьераһы Netflix платформаһында күрһәтелә[26] 28 октября 2022 года[25].

Темалары һәм сәбәптәре

Романдан айырмаһы

Эрих Мария Ремарк «На Западном фронте без перемен» романында һүрәтләгән тарих уның шәхси тәжриьәһенә нигеҙләнгән, әммә барлыҡ персонаждар ҙа уйлап сығарылған[27]. Ҡайһы бер персонаждар романда һүрәтләнә. Уның персонаждары һуғыш механизмдарын гуманһыҙлаштырыуҙы асып биргән "тип"тарға оҡшаған. Фильм, Полдың отпускыһында өйөнә ҡайтыу бүлеген төшөрөп ҡалдырып, был тенденцияны көсәйтә. Фильмда хәрби властар менән осрашыу ҙа бик аҙ[28].

Киреһенсә, фильмда Маттиас Эрцбергер менән тыныс һөйләшеүҙәр кеүек аныҡ персонаждар булған окоптан ситтәге сәхнәләр өҫтәлгән. бындай ҡарар һөҙөмтәһендә фильмда тарихи ваҡиғаларға һылтанмалар бик күп, ти Оливер Камензинд. Китапта булмаған өҙөктәр хатта тарихи йәһәттән дөрөҫ түгел[29].

Фионнула Халлиган, килешеүҙәр файҙаһына романдағы ғаилә осрашыуҙарын алып ташлау оҙайлы фильмға бер ни тиклем интрига индерә, һәм Бергер һуғыш тураһындағы фильмды тамашасыға ябай һәм аңлайышлы итеп еткерә, ти. Низағтар бер ваҡытта ла тамамланмаған, һуғыш тураһындағы фильмдарҙың роле кешенең «дошманды» юҡ итеү теләге икәнен күрһәтеү[30].

Һуғыш тураһында хикәйәт

Фильм башында күрһәтелгән, формаһы икенсе һалдат кейһен өсөн фронт һыҙығы артына оҙатылған үлгән һалдат Пауль Боймерҙың үлеме кеүек үк һуғыш циклын һүрәтләү элементы булып тора. Фильмдың аҙағы бәхетле түгел, тип билдәләй Сара Милнер, дөрөҫөрәге, аҙағы бөтөнләй юҡ, сөнки бер һалдат үлһә, уның урынын, циклды дауам итеү өсөн, икенсе һалдат ала. Килешеү хәрби хәрәкәттәргә нөктә ҡуйыр ине, әммә Бергер фильмында күҙалланыуынса, шарттар Германияның сәйәси тотороҡһоҙлоғона булышлыҡ итер, нацистар партияһы власты ҡулына алыу һәм Икенсе донъя һуғышын башлау өсөн нигеҙ булыр ине. Һалдаттарҙың яңы быуыны коррупциялы ялған идеология һәм милли ғорурлыҡ менән һуғарылған системаға ҡабат-ҡабат эләгә, тип яҙа Милнер[31].

Ҡабул ителеүе

Rotten Tomatoes агрегаторҙар сайтында фильм тәнҡитселәрҙең уртаса 10-дан 8,3 мәрәй булған 141 рецензияһы нигеҙендә 91 % рейтингҡа эйә. «Тәнҡитселәрҙең уртаҡ фекере» былай яңғырай: «Бер үк ваҡытта көнүҙәк һәм иҫкермәй торған, „На Западном фронте без перемен“ иғтибарҙы һуғыштың мәғәнәһеҙлегенә йүнәлтеп, классик төп материал көсөн юғалтмай»[32].

Metacritic агрегатор сайтында фильм рейтингы 28 төнҡитсенең рецензияһына нигеҙләнеп, 100 мөмкинлектән 75 мәрәй йыя, был «дөйөм алғанда баһалар ыңғай» тигәнде аңлата[33].

Наградалары һәм номинациялары

Наградалары һәм номинациялары исемлеге
Кинопремия Тантана датаһы Категория Номинант Һөҙөмтә сығанаҡ
Золотой глобус Золотой глобус премияһы, 2023 Сит ил телендәге иң яҡшы фильм На Западном фронте без перемен Номинация [34]
BAFTA BAFTA премияһы, 2023 Иң яҡшы фильм На Западном фронте без перемен Еңеү [35]
Иңглиз телле булмаған иң яҡшы фильм На Западном фронте без перемен Еңеү
Иң яҡшы режиссёр эше Эдвард Бергер Еңеү
Икенсе пландағы иң яҡшы ирҙәр роле Альбрехт Шух Номинация
Иң яҡшы яраҡлаштырылған сценарий Эдвард Бергер, Лесли Паттерсон менән Иан Стокелл Еңеү
Фильмға иң яҡшы музыка Фолькер Бертельман Еңеү
Иң яҡшы оператор эше Джеймс Фрэнд Еңеү
Иң яҡшы визуаль эффекттар Маркус Франк, Камиль Джафар, Виктор Мюллер менән Франк Петцольд Номинация
Иң яҡшы грим һәм причёскалар Хайке Меркер Номинация
Рәссам-ҡуйыусының иң яҡшы эше Кристиан М. Гольдбек менән Эрнестин Хиппер Номинация
Костюмдарҙың иң яҡшы дизайны Лизи Кристль Номинация
Иң яҡшы монтаж Свен Будельман Номинация
Иң яҡшы тауыш Ларс Гинзель, Франк Крузе, Виктор Прашил менән Маркус Штемлер Еңеү
Иң яҡшы кастинг Симона Бер Номинация
Оскар кинопремияһы Оскар кинопремияһы, 2023 Иң яҡшы фильм На Западном фронте без перемен Номинация [36]
Иң яҡшы яраҡлаштырылған сценарий Эдвард Бергер Номинация
Иң яҡшы сит ил нәфис фильмы Эдвард Бергер Еңеү
Фильмға иң яҡшы музыка Фолькер Бертельман Еңеү
Иң яҡшы оператор эше Джеймс Френд Еңеү
Иң яҡшы рәссам эше Кристиан М. Гольдбек, Эрнестин Хиппер Еңеү
Иң яҡшы тауыш Виктор Прашил, Франк Крузе, Маркус Стемлер, Ларс Гинцель менән Стефан Корте Номинация
Иң яҡшы визуаль эффекттар Франк Петцольд, Виктор Мюллер, Маркус Франк менән Камиль Джафар Номинация
Иң яҡшы грим һәм причёскалар Хайке Меркер менән Линда Айзенхамерова Номинация

Иҫкәрмәләр

  1. Bulletin No: 2741Американская ассоциация кинокомпаний, 2022.
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  3. Filmovamista
  4. http://www.ifco.ie/en/ifco/pages/B8FB8EEE00423D15
  5. Rotten Tomatoes (ингл.) — 1998.
  6. europeanfilmawards.eu
  7. https://www.spio-fsk.de/asp/fskkarte.asp?pvid=170077490
  8. https://sede.mcu.gob.es/CatalogoICAA/info/177222/1/34/209.pdf
  9. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  10. 1 2 3 4 europeanfilmawards.eu
  11. Manori Ravindran. Netflix Snaps Up Big-Budget 'All Quiet on the Western Front' Adaptation (инг.) // Variety. — 2020. — 10 December.
  12. Tigran Asatryan. Daniel Bruhl 'All Quiet on the Western Front' Netflix Movie: What We Know So Far (инг.) // What's on Netflix. — 2022. — 7 September.
  13. Scott Roxborough. TIFF: Edward Berger on Why It Was Important to Make a German-Language Version of ‘All Quiet on the Western Front’ (инг.) // The Hollywood Reporter. — 2022. — 10 September.
  14. Aygül Cizmecioglu. Erich Maria Remarque: The long legacy of 'All Quiet on the Western Front' (инг.) // Deutsche Welle. — 2022. — 24 September.
  15. Barbara Schuster. „Im Westen nichts Neues“ erhält vierwöchiges Kinofenster (нем.) // Blickpunkt:Film. — 2022. — 23 August.
  16. Reiner Bajo. Im Westen nichts Neues: Dreharbeiten für deutschen Netflix Film unter Regie von Edward Berger haben begonnen (нем.) // Netflix. — 2021. — 4 May.
  17. Andreas Wiseman. Netflix’s ‘All Quiet On The Western Front’ Underway In Czech Republic, First Look (инг.) // Deadline Hollywood. — 2021. — 4 May.
  18. Michael Meyns. Im Westen nichts Neues (нем.) // Programmkino.de. — 2022.
  19. Jason Pirodsky. Prague-shot ‘All Quiet on the Western Front’, debuts in Toronto, nabs German Oscar bid (инг.) // The Prague reporter. — 2022. — 15 September.
  20. 1 2 Netflix's 'All Quiet On The Western Front' Shoot Underway in Prague, New Cast Members Join (ингл.). Variety (4 май 2021). Архивировано 4 май 2021 года.
  21. Die erste Verfilmung störte Goebbels mit Stinkbomben und weißen Mäusen (нем.). Die Welt (25 август 2022). Архивировано 2 февраль 2023 года.
  22. Scott Roxborough. Daniel Bruhl in First Trailer for Netflix’s Anti-War Film 'All Quiet on the Western Front' (инг.) // The Hollywood Reporter. — 2022. — 6 September.
  23. Das ZFF kündigt erste Gala Premieren an (нем.) // Zurich Film Festival. — 2022. — 11 August.
  24. Jochen Müller. „Im Westen nichts Neues“ feiert Deutschlandpremiere // Blickpunkt:Film. — 2022. — 28 сентябрь.
  25. 1 2 'All Quiet on the Western Front' Gets Theatrical and Netflix Release Dates (ингл.). Collider (30 август 2022).
  26. 'All Quiet on the Western Front': Shooting for German Netflix Film Directed by Edward Berger Has Begun (ингл.). Netflix. Архивировано 4 май 2021 года.
  27. Björn Becher. Im Westen nichts Neues (нем.) // Filmstarts.
  28. Philipp Bühler. Im Westen nichts Neues (нем.) // kinofenster.de. — 2022. — 28 September.
  29. Oliver Camenzind. Im Westen nichts Neues: Anti- oder einfach nur Kriegsfilm? (нем.) // Filmbulletin. — 2022. — 17 October.
  30. Fionnuala Halligan. 'All Quiet On The Western Front': Toronto Review (инг.) // Screen Daily. — 2022. — 13 September.
  31. Sarah Milner. All Quiet On The Western Front Review: A Bleak, Beautiful, Anti-War Film (инг.) // /Film. — 2022. — 13 September.
  32. All Quiet on the Western Front (ингл.). 25 Rotten Tomatoes (2022).
  33. All Quiet on the Western Front (ингл.). Metacritic.
  34. Winners & Nominees 2023 (ингл.). Golden Globes. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2023.
  35. 2023 EE BAFTA Film Awards: The Winners (ингл.). www.bafta.org (19 ғинуар 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2023.
  36. 2023 | Oscars.org | Academy of Motion Picture Arts and Sciences (ингл.). www.oscars.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2023.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә