Неро

Неро (Ростов күле) — сөсө һыулы күл, көньяҡ-көнбайышта — Ярославль өлкәһе, Рәсәй.

undefined

Майҙаны — 54,4 км² самаһы[2]. Оҙонлоғо 13 км, киңлеге 8 км, тәрәнлеге — 3,6 метр тиклем Һай күл. Уйһыу ярлы. Төбө сапропельменән ҡалын ҡаплаулы. Күл ноябрь айында туңа, апрель айында боҙҙан әрселә. Ҡатнаш туҡлана, башлыса ҡар менән.

Тарих

Яҡынса баһалау буйынса, күлгә 500 мең йәш. Рәсәй үҙәгендәге боҙлоҡ дәүеренән алда барлыҡҡа килгән күлдәрҙең береһе. Неро күле боронғо нер- йылға-күл атама-терминына барып тоташҡан, һәм шул уҡ тамырҙан Нерль[3].йылғаһы исеме барлыҡҡа килгән.

Бында беренсе төпләнеүселәр яҡынса 6 мең йыл элек килгән. Неро күле бассейны янында Фатьян мәҙәниәте ҡәберлектәре табылған: Сарский, Воронинский, Пужбольский, Карашский, Осокинский, Голузиновский, Халдеевский ҡәберлектәре. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, күлдең көньяҡ яры эргәһендәге Сарской ҡаласығында меря ҡәбиләләре була. <a href="./https://ru.wikipedia.org/wiki/IX_%D0%B2%D0%B5%D0%BA" rel="mw:WikiLink" data-linkid="215" class="cx-link" title="IX век">IX</a> быуатта күл эргәһенә көнсығыш славяндар килғән. Ростов ҡалаһы хөрмәтенә улар күлде Ростов күле тип атаған.

Неро күлендә бер нисә утрау бар: Львов («Урманлы утрау»), Раштыуа (был утрау монолит булып боҙлоҡ алды осоронда формалашҡан.), шулай уҡ башҡаВекса йылғаһы башындағы бер нисә исемһеҙ утрау. Неро күленә 8 йылға ҡушыла. : Сара, Ишма, Кучебешь, Мазиха, Варус, Чучерка, Уница, Сула. Ағын йылғаһы — Векса.

Балыҡсылыҡ: ҡорман, алабуға, суртан һәм башҡалар.

Неро күле буйында Ростов ҡалаһы (көнбайыш ярында) урынлашҡан, ҡала тибындағы Поречье-Рыбное ҡасабаһы, Угодичи[4], Ворж, Львы ауылдары ла күл буйында урынлашҡан.

Күлдә беренсе пароход «Емельян» 1883 йылда йөрөй башлаған.

Топографик картаһы

  • Лист карты O-37-103 Ростов. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1984 год. Издание 1988 г.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Категориялар