Ниязбай (исем)

Викидата элементы юҡ

Ниязбай — башҡорт ир-ат исеме. Бүтән төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла

Этимология

Ниязбай — фарсы һәм башҡорт телдәрендәге нияз+ бай тамырҙарынан яһалған.[1]

Билдәле кешеләр

Сәлимов Ниязбай Булатбай улы (27 сентябрь 1958 йыл) — журналист, яҙыусы, шағир, ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (1992).

Фамилияла

Ниязбаев Ғәбделрәүеф Хәким улы (12 февраль 1884 йыл — 18 апрель 1920 йыл) — драматург, мәғариф хеҙмәткәре. Милләте — башҡорт.

Ниязбаева Наталья Николаевна — педагогия фәндәре кандидаты, доцент. 2004—2005 йылдарҙа — мөдир, әлеге ваҡытта А. Байтурсынов исемендәге Ҡустанай дәүләт университетының педагогика һәм психология кафедраһы доценты.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Ниязбай (йылға) — Башҡортостандағы йылға.

Килич Ниязбай — Хива ханлығында 1815 йылда ҡаҙылған ҙур канал[3].

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ