Ниғмәтуллин Сафый Ниғмәт улы

Ниғмәтуллин Сафый Ниғмәт улы (рус. Нигматул(л)ин Сафий, Сафы, Сафа (16 декабрь 1913 йыл — 19?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 313 кавалерия полкының миномётсылар взводы командиры. Лейтенант. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры(1942)[1]

Биографияһы

Сафый Ниғмәтуллин 1913 йылдың 16 декабрендә Ҡариҙел районы Бурунгут ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Белеме- 8 класс. Брянск фронтының кесе лейтенанттар курсын тамамлаған (1942). 1937—1940 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт иткән. 1942 йылда Ҡариҙел РВК-һы тарафынан яңынан армияға алынған. 1942—1944 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Ғариф Макаев етәкселегендәге 313-се кавалерия полкының миномётсылар взводы командиры.

1942 йылдың 17 декабрендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Наградной листа 1942 йылдың 24 ноябрендә Сафый Ниғмәтуллин взводы дошмандың һалдаттары ултырған 4 автомашинаны, орудиелы ике тягачты, 2 танкты юҡ итте, взвод дошман пехотаһының контраатакаһын кире ҡаҡты, шулай итеп взвод полк яугирҙарының алға барыуын тәьмин итте тип яҙылған[3].

1944 йылдың 17 июнендә 13-е уҡсылар дивизияһының 92-се запас уҡсылар полкында хеҙмәтен дауам итә. Икенсе донъя һуғышының аҙағында милитаристик Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша.

1946 йылдың 10 сентябрендә демобилизациялана.

Һылтанмалар