Новосёлов Константин Сергеевич

Сэр Константин[4] Сергеевич Новоселов (23 август 1974 йыл) — Рәсәй[5] һәм Бөйөк Британия[6] физигы.

Физика буйынса 2010 йылғы Нобель премияһы лауреаты (Андрей Гейм менән берлектә), Лондон король йәмғиәте ағзаһы (2011), АҠШ Милли фәндәр академияһының сит ил ағзаһы (2019)[7].

2020 йылдың июленә ҡарата уның эштәренең 200000 ашыу өҙөмтәһе бар. Хирша индексы — 110-дан күберәк. Reuters Thomson версияһы буйынса 2014 йылдың абруйлы ғалимдар рейтингы лидерҙары араһына инә[8].

2011 йылдың 31 декабрендә королева Елизавета II указы менән уға фәндәге ҡаҙаныштары өсөн бакалавр-рыцары исеме бирелә[9].

Биографияһы

Константин Новоселов 1974 йылдың 23 авгусында Түбәнге Тагилда тыуа. Атаһы — Сергей Викторович — инженер, Уралвагонзаводында эшләй. Олатаһы, Виктор Константинович Новоселов, 39-сы мәктәпкә (2005 йылдан — 39-сы лицей) нигеҙ һалыусы һәм уныңберенсе директоры була. Әсәһе — Татьяна Глебовна — ошо мәктәптең инглиз теле уҡытыусыһы булып эшләй. Елена апаһы бар.

Константин 39-сы мәктәптә уҡый[10]. Тәүге уңышын алтынсы синыфта уҡығанда яулай — 1986 йылда физика буйынса өлкә олимпиадаһында беренсе урын ала[11], ә СССР Бөтә Союз мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында көслө унау исемлегенә инә. 1988—1991 йылдарҙа өҫтәмә рәүештә ситтән тороп физика-техник мәктәптә уҡый. 1990 — 1991 йылдарҙа физика һәм математика буйынса Бөтә союз олимпиадаһында ҡатнаша. 1991 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң, Мәскәү физика-техник институтына уҡырға инә.

1997 йылда МФТИ-ның Физика һәм квант электроникаһы факультетын «наноэлектроника» специальносы буйынса бик яҡшы таммалай[12]. Институттан һуң ике йыл эшләй Черноголовкала Рәсәй Фәндәр академияһының Микроэлектроника технологиялары проблемалары институтында (ИПТМ РАН) эшләй, Юрий Дубровскийҙың аспиранты була.

1999 йылда Нидерланд<ҡа күсенә, унда Неймеген университетында Андрей Гейм менән эшләй башлай. 2001 йылда уның менән бергә Манчестер университетына күсә. 2004 йылдың 3 ноябрендә[13] Новоселов профессор Ян-Кеес Маан етәкселегендә философия докторы (PhD) дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

2011 йылда Король йәмғиәте ағзаһы итеп һайлана[14]. Әлеге ваҡытта Манчестер университеты һәм Король йәмғиәте профессоры[15].

Манчестерҙа йәшәй, Рәсәй һәм Британия гражданлығына эйә[6].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 Davos 2015 Participant List
  2. ↑ 1 2 3 Davos 2016 Participant List
  3. ↑ Sir Konstantin Novoselov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. ↑ В Англии известен как Костя, так он называет себя на своей официальной странице на сайте Манчестерского университета
  5. ↑ Нобелевский лауреат Новосёлов считает честью быть российским учёным. NEWSru.com (6 октябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2014.
  6. ↑ 1 2 Hamish Johnston. Graphene pioneers bag Nobel prize (ингл.). PhysicsWorld (5 октябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2010. Архивировано 26 март 2012 года. 2010 йылдың 8 октябрь көнөндә архивланған.
  7. ↑ National Academy of Sciences Elects Members and Foreign Associates; Historic Number of Women Elected to Its Membership, 30 апреля 2019 (инг.)
  8. ↑ THE WORLD’s Most Influential Scientific Minds 2014. — Highly Cited Researchers, 2014. — P. 7. — 108 p.
  9. ↑ Создатели графена стали рыцарями. Lenta.ru (31 декабрь 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 сентябрь 2014.
  10. ↑ г. Нижний Тагил, лицей № 39 2016 йылдың 13 март көнөндә архивланған.
  11. ↑ Известия. Ру: Учил физику сам и давал списывать другим
  12. ↑ Приложение к диплому К. Новосёлова(недоступная ссылка) — Веб-музей МФТИ.
  13. ↑ Konstantin S. Novoselov. Development and Applications of Mesoscopic Hall Microprobe. — Неймеген: Университет Неймегена, 2004. — 142 p. — ISBN 90-9018366-3.
  14. ↑ Professor Kostya Novoselov FRS (ингл.).
  15. ↑ The Royal Society, Dr. Konstantin Novoselov (ингл.). 2014 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә