Новочеркасск казактар училищеһы

Новочеркасск казактар училищеһы — Рус Император, Дон һәм Рус армияһының Дон (шулай уҡ Әстерхан) казак частарына офицерҙар әҙерләүсе хәрби-уҡыу йорто.

Граждандар һуғышы ваҡытында училище Ирекле армия өсөн төп һыйынырлыҡ урыны булып тора, унда илдә беренсе булып һуғышсыларҙы кейем-һалым, һуғыш кәрәк-ярағы, ҡорал менән тәьмин итеү ойошторола[1]. Училище тулы составында фронтта ҡыҙыл ғәскәрғә ҡаршы йыш ҡына хәрәкәт итеүсе хәрби часть була[2].

Училищеның байрам көнө: 8 (21) ноябрь — Изге архистратиг Михаил көнө[3].

Училище тарихы

1862-1865 йылдарҙа Рәсәйҙә хәрби реформа үткәрелә, ул ғәскәрҙең структуралары менән эффективлы идаралыҡ итеү формаларын булдырыуға йүнәлтелә. 1864 йылда ил 10 хәрби округҡа бүленә; 1865 йылда тағы 3 округ ойошторола[4]. Рус Император армияһына офицер кадрҙары әҙерләү маҡсатында хәрби округтарҙа округ юнкер училищелары асыла.

Казак юнкер училищелары Ырымбур (1867), Новочеркасск (1869), Ставрополь (1870) ҡалаларында асыла[5]. Ырымбур училищеһында Ырымбур , Урал һәм Семиречье казак ғәскәрҙәре юнкерҙары , Новочеркасск училищеһында — Дон һәм Әстерхан казак ғәскәре юнкерҙары , Ставрополь училищеһында — Терек һәм Кубань казак ғәскәре юнкерҙары уҡый[6].

Новочеркасск казак училищеһы хронологияһы

Белем биреү процесы, етештереү

Дөйөм класс (әҙерлек курсы)
Беренсе махсус класс (беренсе курс)
Икенсе махсус класс (икенсе курс)

Юнкерҙарҙың униформаһы

Училище начальниктары

  • 1869 — полковник Миллер
  • 1875 — полковник Третьяков
  • 18851889 — полковник Д. С. Шуваев
  • 18891905 — полковник М. С. Тюлин
  • 25.06.1905 — 25.08.1906 — полковник А. М. Каледин
  • 12.10.1906 — 26.05.1910 — полковник П. Л. Гуславский
  • 10.06.1910 — 05.01.1918 — полковник (1915 йылдан алып генерал-майор) П. Х. Попов
  • 1918 — полковник (һуңынан генерал-майор) А. И. Семенченков[7]
  • Генерал-майор А. М. Максимов
  • ? — 1924 — генерал-майор Н. Г. Зубов
  • 1924 — генерал-майор В. П. Попов

Билдәле булған уҡытыусылар һәм уҡып сығыусылар

  • Бирюков Иван Алексеевич — генерал-майор, Әстерхан казак ғәскәрҙәренең атаманы.
  • Бородин Сысой Капитонович — Генштаб генерал-майоры, 3-сө Дон дивизиһы генерал Гусельщиков армияһында.
  • Галаев Пётр Андреевич — Кубандағы беренсе партизан отрядының командиры. 1918 йылда Энем янындағы һуғышта баш күтәреүселәр көстәре менән командалыҡ иткән.
  • Губарев Георгий Витальевич — тарихсы, яҙыусы, шағир.
  • Гусельщиков Адриан Константинович — генерал-лейтенант, Рус Врангель армияһының 3-сө Дон казактары дивизияһы командиры.
  • Коновалов Пётр Ильич — Генштаб генерал-лейтенанты, 2-се Дон корпусы командиры.
  • Кравцов Пётр Гаврилович — Дон армияһы генерал-майоры.
  • Ляхов Дмитрий Тимофеевич — генерал-майор. Әстерхан казак ғәскәрҙәре атаманы.
  • Миронов Филипп Кузьмич — совет хәрби начальнигы, Граждандар һуғышы ҡатнашсыһы.
  • Писарев Пётр Константинович — генерал-лейтенант,Беренсе бөтә донъя һуғышы геройы, Аҡ хәрәкәт ҡатнашсыһы.
  • Попов Пётр Харитонович — Дон атаманы, Генштабтың кавалерия генералы.
  • Родионов Иван Александрович — әҙәбиәтсе, публицист.
  • Токарев Фёдор Васильевич — совет ҡорал эшләүсеһе.
  • Туроверов Николай Николаевич — шағир.
  • Ханжонков Александр Алексеевич — Кинематографты Рәсәйҙә иң беренсе булып башлаусы.
  • Харламов Пётр Григорьевич — генерал-майор.
  • Чернецов Василий Михайлович — полковник, Дондағы партизан отрядының командиры.
  • Шапкин Тимофей Тимофеевич — совет хәрби начальнигы, Бөйөк Ватан һуғышында 4-се кавалерия корпусы командующийы.

См. шулай уҡ: Ҡалып:Новочеркасск казактар училищеһын тамамлаусылар

Сығанағы

  1. Воробьёва А. Ю. Российские юнкера, 1864—1917. История военных училищ. М., 2002.
  2. Прянишников Б. Донской юнкерский полк // Кадетская перекличка. 1989. № 48. 2009 йылдың 1 ғинуар көнөндә архивланған.
  3. Новочеркасское казачье училище // Русская Императорская армия. 2017 йылдың 4 ғинуар көнөндә архивланған.
  4. Кобзов В. С. Офицерский корпус Оренбургского казачьего войска. В сб. научи. ст.: Исторические очерки / Под ред. А. П. Абрамовского. Челябинск, 1994. С. 22.
  5. Лалаев М. С. Исторический очерк военно-учебных заведений, подведомственных Главному их Управлению. От основания в России военных школ до исхода первого двадцатилетия благополучного царствования Государя Императора Александра Николаевича, 1700—1880. Ч. 1. Спб., 1880. С. 191
  6. Бобровский П. О. Двадцатипятилетие юнкерских училищ (20-го сентября 1864 по 1889 г.). Спб., 1889. 43 с.
  7. Примечания // Шкуро А. Г. Гражданская война в России: Записки белого партизана. М.: Транзиткнига, 2004.