Номинас Борис Деомидович

Номинас Борис Диомидович (24 июль 1911 йыл16 февраль 1995 йыл) — хәрби инженер, полковник (1944). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы.[1]

Биографияһы

1911 йылдың 24 июлендә хәҙерге Днепропетровск өлкәһе Пятихатка районының Саҡсаған ауылында ауыл уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса украин.

Иртә етем ҡала, ир туғаны менән балалар йортонда тәрбиәләнә. 1928 йылда мәктәпте тамамлай һәм Киев йылға политехникумының штурман-суднолар йөрөтөү бүлегенә уҡырға инә. Уны тамамлағас, Өфө район йылға транспорты идаралығына (хәҙерге Ағиҙел йылға пароходсылығы) эшкә ебәрелә. Ике навигация «Хоҙайбирҙин» исемендәге пассажир пароходында капитан ярҙамсыһы булып эшләй.[2]

1933 йылда Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хәрби хеҙмәткә алына. 4-се Башҡорт полкының сапер ротаһында хеҙмәт итә. 1935 йылда Ленинградта берләшкән хәрби-инженер мәктәбен тамамлай, Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәткә ебәрелә. 1940 йылда Бессарабияны азат итеүҙә ҡатнаша. Шул уҡ йылда РККА‑ның команда составын камиллаштырыу курстарын тамамлай.[1]

Бөйөк Ватан һуғышында тәүге көндәренән Көньяҡ-Көнсығыш фронтта 9-сы армия составында 35-се понтон батальоны менән командалыҡ итә.

1943 йылдың июненән 5-се понтон-күпер бригадаһы командиры булып, подполковник Номинас Борис Деомидович 1943 йылдың сентябрь — октябрендә Запорожье өлкәһе Вольнян районы Губенское ауылы һәм Украинаның Днепропетровск өлкәһе Солонян районы Войсковое ауылы райондарында Совет ғәскәрҙәренең Днепр йылғаһын аша сығыуын тәьмин итә.

Наградалары

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 19 мартындағы указы менән Советтар Союзы Геройы исеме бирелә Һәм Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ»миҙалы тапшырыла. Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 И.Ғ.Кәримова, М.Х.Хужин тәржемәһе. Номинас Борис Деомидович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Юрий Узиков. Вел по Белой пароход будущий Герой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ноябрь 2024.

Сығанаҡтар

  • Номинас, Борис Диомидович // И генерал, и рядовой… : Очерки о Героях Советского Союза, уроженцах Днепропетровской области / Н. И. Воробьёв, С. А. Герасименко, В. Л. Головко и др. ; сост. А. Ф. Снитко ; ред. Г. В. Николенко, К. К. Чернышев. — Днепропетровск : Промiнь, 1983. — С. 371—373. — 567 с. — (Герои Советского Союза). — ББК 63.3(2Ук)722.78.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә