Норфолк (Виргиния)
Норфолк (ингл. Norfolk) — АҠШ-тағы Виргиния штатының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге ҡала-порт. Норфолкта АҠШ-тың Атлантик океанда төп хәрби-диңгеҙ базаһы урынлашҡан. Халҡы 238 832 кеше тәшкил итә (2006).
Тарихы
Ҡалаға 1682 йылда нигеҙ һалына. Америка үҙаллылығы өсөн һуғыш ваҡытында Британия губернаторының штаб-фатиры. Баш күтәреүселәр тарафынан яндырыла; ҡаланан колониаль дәүерҙең тик йәҙрә тишеп үткән диуары менән сиркәү генә ҡала.
Британия менән сауҙа итеүҙе тыйыу, йыш янғындар һәм башҡа порттар менән бер-береһен уҙырға тырышыу Норфолктың үҫешен 1870 йылға тиклем сикләй.
Донъя һуғышы ваҡыттарында Норфолкта ҙур сәнәғәт-транспорт комплексы төҙөлә, ул АҠШ-тың Атлантик флотын хеҙмәтләндерә. Шунда уҡ АҠШ хәрби диңгеҙ базаһы — «Норфолк» урынлаша.
Сәнәғәте
Норфолктың 50 эре эш биреүселәре[9]:
| № п/п | Эш биреүсе |
|---|---|
| 1 | АҠШ оборона министрлығы |
| 2 | Sentara Healthcare |
| 3 | Norfolk City Public Schools |
| 4 | City of Norfolk |
| 5 | Old Dominion University[en] |
| 6 | Children's Hospital of the King's Daughters |
| 7 | Norshipco |
| 8 | Eastern Virginia Medical School[en] |
| 9 | Norfolk State University[en] |
| 10 | U.S. Navy Exchange |
Транспорты
2011 йылдың 19 авгусында ҡалала «The Tide» тиҙ йөрөшлө трамвай системаһы асыла
Иҫтәлекле урындары
Туғанлашҡан ҡалалар
Китакюсю (Япония) (1963)
Вильгельмсхафен (Германия) (1976)
Норфолк (Бөйөк Британия) (1986)
Тулон (Франция) (1989)
Калининград (Рәсәй) (1992)
Галифакс (Канада) (2006)
Кагаян-де-Оро (Филиппин) (2008)
Кочин (Һиндостан) (2010)
Тема (Гана) (2010)
Нинбо (Ҡытай) (2012)
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://www.norfolk.gov/3515/Mayor-Kenneth-Cooper-Alexander-PhD
- ↑ United States. Bureau of the Census 2016 U.S. Gazetteer Files (ингл.) — Washington, D.C.: U.S. Census Bureau, 2016.
- ↑ 1 2 United States Census 2010
- ↑ 2016–2020 American Community Survey / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ https://www.timeanddate.com/time/zone/usa/virginia
- ↑ Перепись населения США 2020 года / под ред. Бюро переписи населения США
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 http://www.norfolksistercities.org
- ↑ 2016–2020 American Community Survey / под ред. Бюро переписи населения США — 2022.
- ↑ "Norfolk City Community Profile" 2012 (стр. 21) 2016 йылдың 21 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Морской музей «Наутикус»