Мөҙәрисова Нурия Ғәлихан ҡыҙы

Нурия Ғәлихан ҡыҙы Мөҙәрисова (рус. Мударисова Нурия Галихановна; 1963 йылдың 7 ноябре, Иҫәнбай, Башҡорт АССР-ы2018 йылдың 14 октябре) — Рәсәй спортсыһы, ғәмәли-хәрби күпбәйгеләр буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996), Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999)[1]. Ҡыҙ фамилияһы — Нуретдинова.

Биографияһы

Нурия Ғәлихан ҡыҙы Мөҙәрисова Башҡорт АССР-ының Илеш районы Иҫәнбай ауылында тыуған.

1994 йылда Силәбе физик культура институтын тамамлаған. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы «Содовик» спорт клубы һәм РОСТО спорт-техник клубы тәрбиәләнеүсеһе булған. Тренеры — М. З. Мөҙәрисов.

1987–1991 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы, 1992–1995 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы булған[2].

Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат булған; тыуған яғында ерләнгән[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Н. Ғ. Мөҙәрисованың спорт ҡаҙаныштары[1]:

  • Ғәмәли‑хәрби күпбәйгеләр күпбәйгеләр Буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1996);
  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999);
  • Европа чемпионы: ике тапҡыр (1995);
  • СССР чемпионы: дүрт тапҡыр, (1988-1990);
  • РСФСР чемпионы: 1986; өс тапҡыр (1987 һәм 1988; 19901991);
  • Рәсәй чемпионы: ике тапҡыр (1992 һәм 1994);
  • РСФСР халыҡтары Спартакиадаһы чемпионы (1986, 1990);
  • Европа Кубоктарын яулаусы (1992); ике тапҡыр (1994); өс тапҡыр (1995);
  • СССР Кубоктарын яулаусы: биш тапҡыр (1988-1991);
  • РСФСР Кубоктарын яулаусы: (1983); ике Тапҡыр (1985; 1986; 19881989); ике Тапҡыр (1990; 1991);
  • Рәсәй Кубоктарын яулаусы: биш тапҡыр (1992-1995);
  • Европа чемпионатының көмөш һәм бронза призеры (1994);
  • Европа Кубоктарының көмөш призеры (1992, 1994);
  • СССР, РСФСР һәм Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр көмөш һәм бронза призеры.
  • Рәсәй федерацияһы спорт Министрлығының почет грамотаһы (2015)[3].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Мөҙәрисова Нурия Ғәлихан ҡыҙы (башҡ.). Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  2. Календарь памятных дат - 2018. Часть II - Мои статьи - Каталог статей - Илишевский историко-краеведческий музей. ilish-muzey.my1.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
  3. О награждении Почетной грамотой Министерства спорта Российской Федерации. Портол правовой информации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.