Нуғайбәк (Требиятский)
Нуғайбәк (Требиятский) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Нуғайбәк районындағы ҡасаба. Балҡан ауыл биләмәһе составына инә.
Географияһы
Требиатский ҡасабаһы Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы эсенә инә. Ғөмбәй йылғаһы ярында урынлашҡан. Йылға бәрҙе, суртан, бағры балығына бай. Ул Яйыҡ йылғаһының һул яҡ ярына тамағынан 2116 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 202 км. Ҡасаба Балҡан (Силәбе өлкәһе) ҡасабаһына яҡын урынлашҡан.
Тарихы
Тәүҙә был ҡасаба Требиат атамаһын йөрөтә һәм Агаповка районына ҡарай. Ул Новолинейный районында Ырымбур казак ғәскәренең 8-се хәрби тораҡ пункты посы булараҡ 1842—1843 йылдарҙа барлыҡҡа килә. А. В. Суворовтың Италия походы барышында урыҫ армияһы француздар менән 1799 йылдың 17 — 19 июнендә Төньяҡ Италияла Требия йылғаһы буйында алышыуы һәм еңеүе хөрмәтенә ҡасабаға йылға исемен ҡушалар. Требиатский тип аталыу һуңғы осорға ҡайтып ҡала, һәм ул беренсе атаманы ҡабатлай.
Халҡы
| 2002[3] | 2010[4] |
|---|---|
| 321 | ↘226 |
2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса был ҡасабала 226 кеше (117 ир-егет һәм 109 ҡатын-ҡыҙ) йәшәй.
Урамдар
Ҡасабаның урам селтәре 3 урамдан тора[5]: Октябрь, Совет һәм Хеҙмәт урамдары.
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Нагайбакский р-н → Требиятский п.