Нәбиев
Нәбиев — фамилия. Ҡатын-ҡыҙ өсн Нәбиева варианты ҡулланыла.
• Нәбиев Рөстәм Илгиз улы (1992) — параспортсы, блогер. Дуҫлыҡ ордены (2023) кавалеры. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждан йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ағзаһы (2023—2026)[1]. Рәсәй һәм Гиннесстар рекорд китаптары рекордсыһы.
• Нәбиев Артём Владислав улы (2005) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүм итеүсе. Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы уйынсыһы.
• Нәбиев Вәли Нәби улы (1916—2000) — Хәсән күле буйындағы алыштарҙа ҡатнашыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).